Все новости
Общие статьи
14 Января 2020, 11:55

Ялдар күңелле үтә

Шәмбе көнө Яңы Мораптал ауылының мәҙәниәт йорто шаулап-гөрләп торҙо.

Шәмбе көнө Яңы Мораптал ауылының мәҙәниәт йорто шаулап-гөрләп торҙо. Көндөҙ беҙ иң тәүҙә кескәйҙәргә «Холодное сердце — 2» мультфильмын күрһәттек. 42 бала килде. Уларға мультфильм бик оҡшаны. «Тағы ла беҙгә ошолай итеп мультфильмдар күрһәтеп тороғоҙ», - тип ҡәнәғәт йөҙ менән таралышты балалар.
Кис көнө, сәғәт 8-ҙән 11-гә тиклем оло йәштәгеләр өсөн 80-се йылдар дискотекаһы үткәрҙек. Унда төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, викториналар булды. Иҫкесә Яңы йыл уңайынан ҡунаҡҡа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде. Уйнап-көлөп, бейеүҙәр бейеп алғас, өҫтәл артында йылы сәй менән һыйландыҡ. Ололарҙы оҙатҡас, 11-ҙән алып төнгө 2-гә хәтлем йәштәр өсөн ойошторолған дискотека ла бик күңелле уҙҙы.
Морапталдар ауылы халҡы бына шулай ялдарын күңелле һәмфайҙалы үткәрә.
Гөлназ ХӘМИТОВА
Яңы Мораптал ауылы
Читайте нас: