Все новости
Общие статьи
21 Января 2020, 11:25

Йотлоғоп ҡараныҡ

Зәк-Ишмәт ауылы артистары беҙҙе — пенсионерҙарҙы һәр саҡ үҙҙәренең матур сығыштары менән ҡыуандырып тора.

Зәк-Ишмәт ауылы артистары беҙҙе — пенсионерҙарҙы һәр саҡ үҙҙәренең матур сығыштары менән ҡыуандырып тора. Был айҙа ла, пенсия алған көндө, ауылыбыҙҙың ололарын хөрмәтләп, бик шәп концерт номерҙары күрһәттеләр. Уларҙың сығыштарын ауыҙҙарыбыҙҙы асып, йотлоғоп ҡараныҡ. Беҙ бит оло ф. Күпме генә йәшәргә ҡалғандыр беҙгә, уныһын бер Хоҙай ғына белә. Пенсионерҙарҙы ололап, иғтибар һәм ихтирам күрһәтеп тороусы ауылыбыҙ артистарына оло рәхмәт әйткебеҙ килә. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, көтөп алабыҙ. Йолаға әйләнгән ошондай саралар тағы ла бик оҙаҡ йылдар дауам итһен. Беҙҙе хөрмәт иткән кеүек, үҙегеҙгә лә ҡартлыҡ көндәрегеҙҙә иҫәнлектә-һаулыҡта, яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙҙың һөйөүен тойоп йәшәргә насип итһен. Рәхмәт һеҙгә! Күңелебеҙ булып, пенсия алып та, концерт ҡарап та, рәхәтләнеп ял иттек.
Барлыҡ пенсионерҙар исеменән
Хәлимә РӘХИМОВА
Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: