Башлыҡ районға килгәс, әлбиттә, "Йәшлек" мәҙәниәт йортон ҡарамай үтмәне. Мең бәләләр менән асылды ул, тик йортто төҙөп бөткәндән һуң да эше күп ҡала - "Йәшлек"кә лә әле байтаҡ нәмә кәрәк. Мәҫәлән, тирә-яғын тәртипкә килтереү. Был йорт быйыл Фольклориадала әүҙем ҡатнашасаҡ бит - килгән ҡунаҡтар алдында йөҙҙө ҡыҙартырлыҡ булмаһын. Радий Фәрит улы һәр саҡтағыса һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: Б. Беляевҡа тиҙ арала "Йәшлек" өсөн 8 млн. һум табырға ҡушты.