Все новости
Общие статьи
19 Мая 2020, 17:05

Уҡыу йылы ла бөтә инде...

Район мәктәптәрендәге сығарылыш класында уҡыусыларға планшет бүләк итеү дауам итә.

- Районда 12 сығарылыш класс уҡыусыһы мохтаждар исемлегенә кертелде, тип теге юлы уҡ әйткәйнем. Әлеге көндә шуларҙың 4-әүһе генә планшет алыу бәхетенә иреште. Тағы 5 уҡыусы алды, әлбиттә, әммә улар беҙҙең районда йәшәүсе РПЛИ һәм БРГИ уҡыусылары. Тағы күпме балаға планшет таратырбыҙ икәнен әйтә алмайым. Барыһы ла спонсорҙарҙан тора. Әлегә ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр юҡ. Ғөмүмән әйткәндә, бөгөнгө көндә район буйынса барлығы 14 уҡыусыға планшет һәм компьютер таратылды, - ти район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Елена Кирюшина.
Фотола Кинйәбай ауылында йәшәүсе Ғәббәсовтар ғаиләһе һәм Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов.
Тулы материалды 40-сы һанда уҡығыҙ.
Читайте нас: