Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль 2020, 21:00

Аралашыу аша тәжрибә туплайҙар

Мотаһар Ибраһимов, механизация, хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы бүлеге мөдире:- Районыбыҙҙың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында уңыш йыйыу өсөн 120 төрлө маркалағы бойҙай йыйыусы комбайндар бар.

Мотаһар Ибраһимов, механизация, хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы бүлеге мөдире:
- Районыбыҙҙың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында уңыш йыйыу өсөн 120 төрлө маркалағы бойҙай йыйыусы комбайндар бар. Бөгөнгө көнгә йыйыу техникаһы тулыһынса тиерлек тәртипкә килтерелгән һәм ремонтланған. Ужым культураларын сәсеүҙә 112 агрегат ҡулланылыуы ҡарала. Шулай уҡ, әлеге йыйыу кампанияһы барышында хәүефһеҙлек һаҡлау иғтибар үҙәгендә. Ут-янғынға ҡаршы көрәштә һыу бочкалары әҙерлектә, береһен МТМ ишек алдында күрһәгеҙ, тағы ла бер нисәһе баҫыуҙарға сығарылып ҡуйылған. Ошо йыйылыш барышында проблемаларҙы ла күтәреп сыҡмай булмай, ул бойҙай таҙартыу комплекстарын тәртипкә килтереү һәм машина үлсәгестәрҙе ремонтлау, сөнки улар яҡшылап эшләмәгәндә беҙ урлашыу һәм бәхәсле һорауҙарҙы хәл итә алмайбыҙ. Ҡыуаныслы хәбәр менән дә бүлешеп китәйем әле, быйылғы ярты йыллыҡта районыбыҙҙың хужалыҡтары һәм предприятиелары 191 млн һумға техника һатып алды, был күрһәткестәр элекке йылдар менән сағыштырғанда күпкә юғары.
Тулы материал 57-се һанда.
Читайте нас: