Йәйҙең йәмен күреп ҡалырға ашыға кеше, Күмертау халҡының күбеһе ҡала быуаһына йөрөй. Бында һыу инергә тыйһалар ҙа, башҡаса әмәл юҡ, эҫегә сыҙап булмай. 44 йәшлек ҡатын да, һыуға ғына түгел, наҙға ла сарсаған булғандыр, быуа буйында бер ир менән таныша. Танышып-һөйләшеп алғас, аңлайҙар: танышлыҡты тәрәнерәккә лә ебәрергә кәрәк. Ҡатын кеше ирҙе өйөнә ҡоҙалай: киттек, аҙыраҡ ултырып алайыҡ. Ирмен тигән ир кеше бындай тәҡдимдән баш тартамы - китәләр былар.