Туҡайҙың, географик яҡтан алып ҡарағанда, беҙҙең яҡтарға бәйләнеше лә юҡ һымаҡ. Рух яғынан алғанда инде, Ғабдулла Туҡай бар булмышы менән беҙҙеке – халыҡты, Шағирҙы яратыу өсөн сиктәр юҡ.
Яңыраҡ “Туҡай моңдары» тип исемләнгән шиғыр һөйләүселәр конкурсы булды. Әлбиттә, интернетта ғына башҡарылды ул, әлегә башҡа сара юҡ. Туҡай һынлы Туҡайға бәйле бәйге булғас, Күмертау һәм Көйөргәҙе таланттары ла бында ҡатнашты. Видеояҙмала шартлатып шағир әҫәрҙәрен һөйләнеләр. Бер нисә ай дауамында барған бәйгегә йомғаҡ май айында уҡ яһалһа ла, дипломдары яңы килеп етте. Әллә нисә тиҫтә татар классикаһын белгән һәм еңеп сыҡҡан балалар араһында беҙҙекеләр ҙә бар.