Мосолмандарҙың ике ҙур байрамы бар, шуның береһе Ураҙа ғәйете булһа, икенсеһе – Ҡорбан ғәйете. Ул Ураҙа ғәйете булып уҙғас, 70 көндән һуң, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләп үтелә. Был көндә барлыҡ мосолмандар Ҡорбан ғәйете намаҙын уҡыйҙар, ә ҡорбан салыу ғәйет намаҙынан һуң башҡарыла.
Ҡорбан салыуҙың үҙ тарихы бар. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Ибраһим ғ.с. Аллаһы Тәғәләгә ныҡ бирелгәнлегенең билдәһе итеп, үҙенең улы Исмәғилде ҡорбан итеп салмаҡсы була. Ләкин Аллаһы Тәғәлә Ибраһим ғ.с. ҡыҙғанып, һуңғы миҙгелдә Ғабраил фәрештә арҡылы уға бер һарыҡ (бәрән) ебәреп, уның улын ҡотҡарып ҡала.