Ул һуғыш йылдары тураһында һөйләп ултырырға яратманы. Һуғыштан ҡайтҡас, Ғарифулла Хөсәйенов Миңһылыу Ильяс ҡыҙына өйләнә, улар алты балаға: 5 ҡыҙ һәм 1 малайға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары юғары уҡыу йорттарында белем ала.
Ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, Ғарифулла ағай ҙа, Миңһылыу еңгә лә тырыш булдылар. Ғарифулла Абдулла улы совхоздың баш бухгалтеры, һуңынан иҫәп-хисапсы эшен башҡарҙы. Яҡуп бүлексәһендә ферманың һауын һыйырҙары көтөүсеһе булды. Ҡатыны Миңһылыу еңгә пенсияға сыҡҡансы һауынсы булып эшләне. Ул ваҡытта Яҡуп бүлексәһендә йәшелсә, ҡауын, ҡарбуҙ үҫтерәләр, бал ҡорто, умарта тоталар ине. 1981-се йылдан башлап, Мораптал совхозының Яҡуп бүлексәһе етәкселеге Ғарифулла Абдулла улына ышанып умарта ҡарауҙы тапшыра, минеңсә, ул ун йыллап уңышлы итеп умартасылыҡ менән шөғөлләнә.