Яҡуттың шифалы күленə барып ял иттек. Беҙҙең бəхеткə көндəр йылытып, хатта ҡояш ҡыҙҙырып, урыны-урыны менəн ямғыры менəн дə һөйөндөрөп торҙо. Ҡунаҡтарыма Көйөргəҙе ере бик оҡшаны. Иркенлеккə хайран ҡалдылар. Улар Хəйбулланың далаларын үтеп, урман, тау-таш яғында Аҡъюл яғы ҡыҙҙары. Көйөргəҙенең үҙ матурлығы, ыҡсым ғына түмəлəс тауҙар, өйкөм генə сауҡалыҡтар. Юл буйлап фотоға төшөрөп кинəнделəр.