Все новости
Общие статьи
2 Октября 2020, 22:30

Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса

«Иртәнге уҡыуҙар тамамланыу менән колхоз баҫыуына эшкә сыға инек. Өҫтә йүнле кейем юҡ, ас булһаҡ та балалар менән тырышып эшләнек.

Минең ҡартәсәйем Батырова Мәйсәрә Мөхәмәди ҡыҙы 1924 йылда Яңы Мораптал ауылында донъяға килгән. Мөхәммәт менән Сәмиғә Вахитовтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Ул йылдарҙа аслыҡ йылдары була, бөтә халыҡ аслыҡтан интегә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡартөләсәйем яңы ғына 10-сы класты тамамлаған була. Уҡытыусылар етмәү сәбәпле, уны Яҡут ауылына уҡытыусы итеп ҡуялар. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса арымай-талмай эшкә тотона ул.
Ҡыш көндәрендә ат менән Юшатыр йылғаһы аша сыҡҡанда, боҙ ватылып ул һалҡын һыуға төшөп китә. Ярай әле уны күреп ҡалып ҡотҡарып ҡалалар. Хәҙер күҙ алдына килтерһәң йөрәктәр тетрәп китә...
Тулы матреиал "Юшатыр"ҙың 79-сы һанында.
Читайте нас: