Элек-электән беҙҙең Яҡут ауылы халҡы берҙәм, дуҫ, эшкә тырыш, уңған кешеләре менән ғорурлана. Һәр ҡайһыһының тормошо өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Эскән кешеләр бармы тип һорайһығыҙ, ысынында беҙҙең ауылда эскән кеше юҡ тиһәң, ҡайһы саҡ ышанмайҙар. Ә дөрөҫө шул, бик һирәк осраған күренеште, мин эскелеккә лә һанай алмайым. Кешенән нишләп эсәһең тип һорау, уны тыйыу минеңсә урынһыҙ, ауыл ерендә һәр кемдең тормошо ус төбөндә кеүек асыҡ, йәшерен эсеп булмай. Тыйыу ҙа, был осраҡта файҙаһыҙ тип уйлайым. Иң мөһиме, нимә этәрә был эскелеккә: күңел бушлығымы, эшһеҙлекме, был тормошта үҙ юлыңды таба алмағанлыҡмы, күңел төшөнкөлөгөме, һәр кем үҙенсә ҡабул итә тормошто. Ғөмүмән, был һорауға мең яуап табырға була һәм һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ фекере. Ә беҙ инде сәләмәт тормошто пропагандалау менән эште башланыҡ...
...Беҙ китапханала ла күп эш алып барабыҙ, эскелеккә ҡаршы айырым күргәҙмәләр яһайбыҙ, "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы" тигән темаға балалар менән һүрәттәр төшөрҙөк. Шулай уҡ "Башҡорт Ҡоролтайы" ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Әбйәлилова, "Аҡ инәйҙәр" ойошмаһы әүҙем эшләп килә, етәксеһе Хәмдиә Рәшитова. Муллабыҙ Рәүил Шәмсетдинов дини яҡтан тәрбиә бирә, халыҡ яңы һалынған мәсеткә йөрөй. Үҙебеҙсә шулай ҡулыбыҙҙан килгәнсә көрәшәбеҙ.