Беҙ, Йомағужа ауылында йәшәүселәр, “Юшатыр” гәзите аша үҙебеҙҙең ҡыуаныстар менән бүлешергә булдыҡ. Һуңғы ваҡытта ауылыбыҙҙа күп эштәр башҡарылды. Быларҙың барыһы ла Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Рөстәм Вәхитов тырышлығында эшләнде. Рөстәм Минейән улының ауыл биләмәһе башлығы булыуына бик күп ваҡыт үтмәһә лә, башҡарған эштәре һанап бөткөһөҙ, - ти Йомағужа ауылы старостаһы Заһит САФИН.