Гөлсәсәк АҘНАБАЕВА:- Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!!!!! Һеҙгә лә шундай ҡыуаныстар насип булһын!!!! Бәлки, мин түгелдер, бер мин генә Аҙнабаева Г. түгел бит, тип әллә күпме уйлап йөрөнөм, “Юшатыр”ҙа башҡа Аҙнабаева юҡ, килегеҙ, тигәс, юл тоттом... Рәхмәт редакция хеҙмәткәрҙәренә, яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар, ысын күңелдән көлөшөп, һөйләшеп, хатта фотоға төшөргә ризалығымды биреүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. “Юшатыр”ҙар, алдағы эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем, гәзит уҡыусыларығыҙ күп булһын, һәр бер номерығыҙ йөкмәткеле, ҡыҙыҡ, онотолоп китеп уҡырлыҡ булһын, бүләктәрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ.