Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2020, 19:00

Күмертауҙар беренсе

- Еңеүҙе ҡалабыҙ өсөн, халҡыбыҙ өсөн лайыҡлы тип һанайым. Был ҙур эшкә барлыҡ көстәрен һалған, шуға бәйле барлыҡ сараларҙы үткәреүселәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм.#БашҡортТелеЙылы #годБашкирскогоЯзыка #Күмертау #газетаЮшатыр

Алексей ДОКУКИН, Күмертау ҡалаһы хәкимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары:
- Еңеүҙе ҡалабыҙ өсөн, халҡыбыҙ өсөн лайыҡлы тип һанайым. Был ҙур эшкә барлыҡ көстәрен һалған, шуға бәйле барлыҡ сараларҙы үткәреүселәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм этәреш булып тора, шуға күрә киләсәк тә лә, ошоноң менән генә туҡтап ҡалмайынса, башҡорт телен үҫтереүҙе туҡтатмай, киреһенсә әүҙемләштереп, популярлаштырып торорға уйлайбыҙ. Башҡорт телен белеү мәктәптә алынған белем менән сикләнеп ҡалырға тейеш түгел, Башҡортостан республикаһында йәшәгән һәр кеше башҡорт телен яҡшы белергә тейеш тип уйлайым. Артабан да бының өҫтөндә әүҙем эшләргә планлаштырабыҙ. Ғаиләләр өсөн йыл да уҙғарылып килгән «Шәжәрә» байрамдарында хәҙер башҡорттар ғына түгел, ҡалабыҙ ҙа йәшәгән икенсе милләт вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша башланы. Шул милләттәр дуҫлығын юғалтмау, телде һаҡларға ярҙам итәлер. Балалар баҡсаларында ла башҡорт телен өйрәнеүҙе башларға уйлайбыҙ. Сығарылыш төркөмдәрендәге бәләкәстәр шытырлатып башҡортса һөйләшмәһә лә, ябай һүҙҙәрҙе булһа ла белергә тейеш. Мәктәп уҡыусылары ла, дәрестәрҙән тыш төрлө башҡорт телендәге конкурстарҙа ҡатнашып киләләр. Хәҙерге йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн замананан ҡалышмай, төрлө ҡыҙыҡлы саралар, конкурстар, ярыштар ойошторорға мөмкин, мәҫәлән башҡорт һүҙҙәре, башҡорт яҙыусыларына бәйле квест.
Тулы материал 101-се һанда баҫылып сыҡты.
#БашҡортТелеЙылы #годБашкирскогоЯзыка #Күмертау #газетаЮшатыр
Читайте нас