Донбастағы һуғышҡа ла барып ҡайтты, ҡыҫҡаһы, тынғыһыҙ бер йән. Ришат Самат улының ҡулы етешмәгән ере юҡ һәм был ҡулдар эшкә лә оҫта. Ул яһаған арыҫлан әле лә ҡаланы биҙәп тора. Р. Исламшин Күмертауға ғына һыйыр кешеме, сарматтар дәүере аңҡып торған болан һәйкәлен әүәләгән дә, был һын Өфөнөң үҙендә, Конгресс-Холл янында урын алған. Бер заман ошолай һөйләрҙәр: был һәйкәл Тавасиевтыҡы, быныһы Ковальчуктыҡы (Бабич), ә быныһы - Исламшиндыҡы.