Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәре менән берлектә, оҙон сираттарҙа тороуҙан арынып, заманса технологиялар ярҙамында үҙ тормошоңдо еңелләштереү алымдары тураһында һөйләйбеҙ.
Нимә булды
Республика халҡы ер һәм мөлкәткә ҡағылышлы 17 төрлө яңы дәүләт хеҙмәтен электрон алымда, йәғни интернет аша, өйҙән сыҡмайынса, шәхсән үҙең бармайынса ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булды. Был бик уңайлы – ҡалын пакет тултырып документтар йыйырға, урындағы хакимиәткә барырға, артабан айҙар буйы отчет көтөргә кәрәкмәй.
Был ни яғы менән отошло:
- Документтарҙың теүәллеген компьютер тикшерә. Кәрәкле ҡағыҙ юғалмай, башҡаһы менән алмашынмай, машина өсөн һинең кемдең ағай-энеһе булыуың мөһим түгел – ул үҙ эшен ҡалыпҡа ярашлы теүәл башҡара. Шуға күрә «кеше факторы» һәм «шәхси мөнәсәбәт» тулыһынса юҡҡа сыға, ә формаль сәбәптәр арҡаһында кире ҡағыуҙар һиҙелерлек кәмене.
- Компьютер көн-төн эшләй ала, уға төшкө ял, биш минутҡа сәйгә туҡтау өсөн ваҡыт кәрәкмәй. Ошоға бәйле ғаризаларҙы ҡарау ваҡыты яҡынса һигеҙ көнгә ҡыҫҡарҙы (һәр күрһәтелгән хеҙмәттең ваҡыты айырым билдәләнә).
- Бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, барлыҡ һорауҙар дистанциялы алымда хәл ителә. Мәҫәлән, Өфөлә килеш һеҙ интернет аша йәки яҡындағы Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп, Урал аръяғы райондарының береһенән ер участкаһы алыуға ғариза бирә алаһығыҙ.
Элек һәр ҡалала һәм районда ундай участкаларҙы биреүҙең үҙ ҡағиҙәләре булды: документтар теҙмәһе лә, хәл итеү ваҡыты ла төрлөсә ине. Меңдәрсә ябай кеше йылдар буйы хыял иткән ер биләмәһен ала алмай интекте, тағы ниндәй документ етмәүен, ни сәбәпле ғаризалары ҡәнәғәтләндерелмәүен аңлай алманы. Былтырғы йыл аҙағында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ер тураһындағы законға үҙгәрештәр индерҙе, уға ярашлы, барыһы өсөн бер иш һәм иң кәрәкле документтар исемлеге булдырылды. Хәҙер уларға өҫтәп бер нимә лә һорай алмаясаҡтар. Йәғни кешеләр өсөн – ғәҙел һәм аңлайышлы ҡағиҙәләр, тотош төбәк өсөн берҙәм һәм асыҡ алым булдырылды.
Ниндәй хеҙмәттәр менән файҙаланырға мөмкин
Әлегә ябай халыҡ өсөн – 17, эшҡыуарлыҡ өсөн 16 хеҙмәт менән ҡулланыу мөмкинлеге бар. Улар араһында иң ҙур һорау менән файҙаланғандары:
Участканы сауҙаһыҙ ҡуртымға алыу
Участканы түләүһеҙ ҡулланыуға алыу
Участканы даими ҡулланыуға алыу
Ер участкаһын бер категориянан икенсеһенә күсереү
Шәхси торлаҡ төҙөлөшө, баҡсасылыҡ, ферма өсөн участка алыу
Эшҡыуар тарафынан бер нисә йыл ҡуртымға алынған дәүләт милкен һатып алыу
Ер һәм ер участкаларын ҡулланыуға рөхсәт алыу.
Йыл аҙағына тиклем тағы туғыҙ хеҙмәт өҫтәләсәк. Улар араһында түбәндәгеләр бар:
ер участкаһы урынына аҡсалата компенсация алыу;
участка милексеһенән йәки ҡулланыусынан ер аҫтын эшкәртеүгә рөхсәт алыу;
дәүләт милкен һәм участкаларҙы ҡуртымға алыу килешеүҙәренең иҫәптәре буйынса акт тикшереүҙәре әҙерләү.
Хеҙмәттәрҙең тулы исемлеге менән gosuslugi.bashkortostan.ru сайтының «Порталдағы популяр мәғлүмәттәр» бүлегендә, «Ер» тигән өлөштө һайлап, танышырға мөмкин. Шунда уҡ «Граждандар өсөн» һәм «Бизнес өсөн» тигән айырым бүлектәр бар. Министрлыҡ яҡын киләсәктә ергә ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәттәрҙе онлайн алымға күсерергә уйлай. Мәҫәлән, «Ҡуртымсының шәхси кабинеты»н асып, килешеүҙәр буйынса мәғлүмәттәр һәм башҡа документтар менән танышырға, иҫәптәрҙе түләргә һ.б. мөмкин буласаҡ.
Мөһим әйбер! Яңылыҡтар бары тик республика ҡарамағында булған һәм «милекселек хоҡуғы сикләнмәгән» ерҙәргә ҡағыла. Ул биләмәләр – дәүләттеке, әммә аныҡ ҡына бер кемгә лә беркетелмәгән. Ундай ерҙәр республикала бик күп – бөтә территорияның өстән бер өлөшө йәки урман тип һаналмаған ерҙәрҙең 90 проценты. Шәхси милекселәр һәм муниципалитеттар ҡарамағында булған участкаларға был яңылыҡтар ҡағылмай.
Был хеҙмәттәрҙе нисек алырға?
1-се аҙым. Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре порталына инәһегеҙ: gosuslugi.bashkortostan.ru/, өҫкө өлөштә уң яҡта торған «Шәхси кабинет» тигән төймәгә баҫаһығыҙ, үҙегеҙҙең иҫәп яҙмағыҙ буйынса «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә теркәләһегеҙ. Шуныһы мөһим – һеҙҙең раҫланған аккаунтығыҙ булыуы шарт.
2-се аҙым. «Ер» бүлегенә инәһегеҙ, үҙегеҙгә кәрәкле хеҙмәтте һайлайһығыҙ, бөтә пункттарҙы тултыраһығыҙ, кәрәкле документтарҙы беркетәһегеҙ. Барыһы ла әҙер!
3-сө аҙым. Бөтәһен дә теүәл үтәһәгеҙ, шәхси кабинетығыҙға хәбәр киләсәк. Шунда уҡ документтарҙың төп нөсхәһен ҡайҙан алырға кәрәклеге яҙылған буласаҡ.