Все новости
Общие статьи
26 Февраля 2021, 15:00

ФИҘАҠӘР ХЕҘМӘТЕГЕҘ ОНОТОЛМАҪ

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте февралдә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен, хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!Ерҙә тыныслыҡ хаҡына хәрби ҡаһарманлығығыҙ, йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте февралдә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен, хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!
Хөрмәтле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!
Ерҙә тыныслыҡ хаҡына хәрби ҡаһарманлығығыҙ, йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ИНВАЛИДТАРЫ ҺӘМ ҠАТНАШЫУСЫЛАРЫ
КӘРИМОВА Рәхилә Насыр ҡыҙы - тыл труженнигы, Яңы Таймаҫ ауылы.
ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
ӘМИНЕВ Фәнир Хөснулла улы — БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Ермолаево ауылы;
ГЛАВИНСКИЙ Алексей Семенович — БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ермолаево ауылы;
ДАВЫДОВА Хәҙисә Әбдрафиҡ ҡыҙы — БАССР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Күмертау ҡалаһы;
БУРАНОВ Миңнейән Булат улы – БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Яңы Мораптал ауылы;
КРАСНОВ Дмитрий Михайлович — БР-ҙың атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе, Ермолаево ауылы;
ӘКБӘРОВА Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы – РФ-тың Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәк-Ишмәт ауылы;
РЫБАЛКИНА Мария Ивановна — БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһы;
АҘНАБАЕВА Рәвиә Ғәбделхәҡ ҡыҙы – БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Аҡһары ауылы;
ХӘМИҘУЛЛИН Илдар Әнүәр улы - БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
МАЛБАЕВА Тамара Рәшит ҡыҙы — БР-ҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
БӘШИРОВА Нурия Тамербәк ҡыҙы — БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Яңы Мораптал ауылы;
ТУҠАЕВ Рәмил Ғиләж улы - БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Яңы Мораптал ауылы;
КУЗНЕЦОВ Виктор Николаевич - БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Иҫке Отада ауылы.
ЧЕРНОБЫЛЬ АЭС-ЫНДАҒЫ ҺӘЛӘКӘТ ЭҘЕМТӘЛӘРЕН БӨТӨРӨҮҘӘ ҠАТНАШЫУСЫЛАР, АФҒАНСТАН ҺӘМ ЧЕЧЕН РЕСПУБЛИКАЛАРЫНДАҒЫ ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШЫП, ОРДЕНДАР МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ВЕТЕРАНДАР:
ЗАКУРДАЕВ Владимир Анатольеич — 4-се дәрәжәләге «Ватан алдында күрһәткән батырлыҡтары өсөн» ордены менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
ИВАНОВ Михаил Георгиевич – “СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл” миҙалы менән бүләкләнеүсе, Ермолаево ауылы;
ҒАЛИН Рәйес Айытҡол улы – хәрби хәрәкәттәр ветераны, “СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл”, Рәхмәтле афған халҡынан миҙалдары менән бүләкләнеүсе, Яманғол ауылы;
РОЖКОВ Юрий Александрович - Рәхмәтле афған халҡынан миҙалы менән бүләкләнеүсе, Ермолаево ауылы;
ТАЖЕТДИНОВ Юрий Лотфрахман улы — Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән, Ермолаево ауылы;
ПЕТРОВ Сергей Андреевич – Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәр участнигы, Ермолаево ауылы;
ТӨХВӘТУЛЛИН Ренат Ғәли улы – Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, Яңы Мораптал ауылы.
БАССР-ҘЫҢ ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ ПОЧЕТ ГРАМОТАҺЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
ВӘЛИЕВ Хәлил Мостафа улы, Түбәнге Бабалар ауылы;
МОРОЗОВ Анатолий Сергеевич, Бөгөлсән ауылы;
НИКОЛАЕВА Любовь Георгиевна, Марьевка ауылы;
ШАКИРОВ Флюс Зиннәт улы, Яңы Муса ауылы;
ХӘЛИЛОВ Рәшит Насретдин улы, Шәбағыш ауылы;
САЛЬКОВА Клавдия Павловна, Бөгөлсән ауылы.
Читайте нас: