Экран янында ултырғанда ныҡ ҡыҙышып ултырабыҙ: эх, шунда булһам, барыһын да еңер инем. Телеэкранға бөтәһе ла эләгә алмай, уның ҡарауы, был тапшырыуҙы үҙеңдең ауылыңда үткәрергә була ла баһа. Яманһарылар тап шулай иткән, ауылдың иң зирәк, уҡымышлы кешеләрен йыйған да, "Алтын тирмә" үткәргән. Һорауҙар ныҡ ҡатмарлы булған, шулай ҙа яманһары белерйәндәре өсөн яуап бирә алмаҫтай һорау юҡ, барыһына ла, сәтләүек ярғандай, шартлатып яуап биргән.