Все новости
Общие статьи
25 Июня 2021, 16:56

Почтальоныбыҙҙан уңдыҡ

Почтальондың эше күп, газға, светҡа, мусорға ҡағыҙҙар килә, етмәһә, эштәренә эш өҫтәп, теләһә нимә һатырға ҡушалар.

Мин Яңы Морапталдан булам. «Юшатыр» гәзитен бик оҙаҡ йылдар алдырам.
Минең мәктәп китапханаһында эшләгән саҡ ине, районда берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан гәзиткә исем эҙләйҙәр. Уҡытыусылар бүлмәһендә төрлө-төрлө исемдәр яңғырай, был 2014 йыл булһа кәрәк. Беҙҙең хөрмәтле, абруйлы, киң эрудициялы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (хәҙер мәрхүм инде), Арғынбаев Ҡәттәл Ҡаһарман улының тәҡдиме буйынса «Юшатыр» исемен хупланыҡ. Ул гәзиттең тәүге номерҙарының береһендә матур итеп мәҡәләһен урынлаштырғайны.
Үҙебеҙҙең Гүзәлия исемле почтальоныбыҙҙан уңдыҡ. Ул күп балалы әсәй ҙә. Элек газета-журналдар килмәй, юғалып бөтә торған ине. Көҙ буйына ямғырҙар яуҙы, әле 35-40 градус эҫеләр булды, ҡышын сатлама һыуыҡтар, бурандар ҙа күп булды. Ул барыбер үҙ эшен намыҫ менән башҡара, үҙ көндәрендә йөрөрлөк булмаһа (ундай көндәре лә бик һирәк була), икенсе көнөндә иртүк килеп тә етә.
Мәүзиә ҠОЛҒИЛДИЕВА, Яңы Мораптал ауылы
Апайҙың хаты бөгөн гәзиттә сыҡты.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: