Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
31 Августа 2017, 16:48

ЛАЙЫҠ КЕШЕ

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» проекты шәп нәмә, шул исемлектә мотлаҡ беҙҙең Эльза Васильева булырға тейеш.

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» проекты шәп нәмә, шул исемлектә мотлаҡ беҙҙең Эльза Васильева булырға тейеш.
Эльза Сәмиғулла ҡыҙы 1977 йылдан 2016 йылға ҡәҙәр силсәүитебеҙҙә эшләне, утыҙ йыл башлыҡ булды. БР Социаль хеҙмәтенең атҡаҙанған эшмәкәре тигән, тағы әллә күпме наградалары бар. Ярар, былары ҡағыҙ, ысынында Эльза апайҙың ауылдарға кереткән өлөшө өсөн ниндәй орден бирһәң дә аҙ. Ямашҡа күпер, Ҡаҙармаға газ, юл, Павловка мәктәбенә газ, Керәүле клубына ремонт... Һанап бөтөрөрлөк түгел уның игелектәрен. Иң мөһиме ул кеше, халыҡ менән эшләй белә. Ул әле хаҡлы ялға китһә лә, һаман булһа барыһы ла уға йүгерә. Ул — ысын авторитет, кәңәшсе, таяныс. Районға министр-фәлән килһә лә, ул йөрөй. Әле лә, ауылда кемгә ҡыйын, кем ярҙамға мохтаж, уға бара. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Э. Васильева кеүек шәхес 100 күренекле кеше исемлегендә мотлаҡ булырға тейеш. Эльза апайҙың хеҙмәте, уға хөрмәт шулай булырға тейешлеген иҫбатлай.

Раҡия ХИСАМОВА

Кинйәбай ауылы

Читайте нас: