Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
8 Сентября 2017, 16:24

ҒОРУРЛАНЫР ЯҠТАШТАРЫБЫҘ КҮП БЕҘҘЕҢ

МОТЛАҠ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ «Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» проекты шәп нәмә, шул исемлектә мотлаҡ Рифҡәт Сөләймән улы Әбдрәшитов булырға тейеш. Рифҡәт Сөләймән улы 50 йыл Мораптал ауылында киномеханик булып эшләне. Шуның 45 йылын хаҡлы ялға сыҡҡансы, 5 йылын хаҡлы ялға сыҡҡас, барлығы — 50 йыл.Рифҡәт Сөләймән улының бик күп наградалары бар.

МОТЛАҠ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» проекты шәп нәмә, шул исемлектә мотлаҡ Рифҡәт Сөләймән улы Әбдрәшитов булырға тейеш. Рифҡәт Сөләймән улы 50 йыл Мораптал ауылында киномеханик булып эшләне. Шуның 45 йылын хаҡлы ялға сыҡҡансы, 5 йылын хаҡлы ялға сыҡҡас, барлығы — 50 йыл.

Рифҡәт Сөләймән улының бик күп наградалары бар.

1. Башҡорттостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

2. СССР кинематография отличнигы.

3. Хеҙмәт ветераны, күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Хеҙмәт кенәгәһе Хөкүмәт наградалары менән тулған. Фотоһы Күмертау горкомында почет таҡтаһында торҙо һәм шулай уҡ Өфөлә Башҡортостан обкомында почет таҡтаһында торҙо. СССР-ҙың 50 йыллығына «на вечное хранение» вымпелы менән наградланған. Күсмә вымпел мәңге беҙҙә ҡалды. Былар барыһы ла Мораптал ауылы музейында һаҡлана. Коммунистик хеҙмәт ударнигы. Һәр биш йыллыҡҡа бирелгән дүрт “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән билдәһе лә бар. Былар барыһы ла музейҙа һаҡлана.

Фотоһы Ермолаево, Мораптал ауылы музейҙарында һәм Мораптал мәктәбендә лә тора. Рифҡәт Сөләймән улы ҡатнашмаған бер сара ла юҡтыр. Һайлауҙар, колхоз йыйылышы, митингтар, партсобраниелар, концерт, театрҙар… Ул ваҡытта микрофон менән аппараты тик Рифҡәт Сөләймән улында ғына ине. Бәләкәй генә һөнәр менән шундай оло ҡаҙанышҡа өлгәште. 100 күренекле шәхес исемлегендә мотлаҡ ул булырға тейеш.

Наилә ШӘРИПОВА

Мораптал ауылы

«АЛТЫН КЕШЕ ИНЕ»

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегенә үҙемдең дә тәҡдимемде индермәксемен.

Фәтих Ғимран улы Ҡобағошов 1926 йылда Таймаҫ ауылында эшсе-крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан бик зирәк, уңған булып үҫә. 1943 йылдан алып 50-се йылға тиклем фронтта, унан һуң тыныс армияла Т-34-тә танк командиры була. Тыныс тормошта МТМ мөдире, эшселәр комитеты рәйесе була. «Таймаҫ» совхозы барлыҡҡа килгәс, «Үҙәк» бүлексәлә управляющий булып оҙаҡ йылдар эшләй. Сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү буйынса тырышып эшләй ул, күпләп иген үҫтерәләр һәм «Үҙәк» бүлексә республика буйынса алдынғылыҡҡа сыға. Йәне-тәне менән совхоз тип янып йөрөгән Фәтих Ғимран улы йәйен ИЖ-49 мотоциклында, ҡышын ат менән 12 км арала йөрөй. Яҡшы эшләгәне өсөн, ул саҡта районда беренселәрҙән булып, «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. Халыҡ һаман да уны тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй. Уның хаҡында алтын кеше ине, тиҙәр. Ауыл хужалығын үҫтереүҙә ҙур көс түккән ер кешеһе булараҡ, ул да 100 кеше араһында булһын ине.

Гөлфинә ҠОБАҒОШОВА,

БДУ студенты

УЛАР ҘА ЛАЙЫҠ

“Көйөргәҙенең 100 күренекле шәхесе” исемлегенә мин дә үҙемдең тәҡдимде индерергә булдым.

Зәки Нәсих улы Ибәтуллин, Яҡуп ауылының 1-се уҡытыусыһы, фин һуғышында ҡатнашыусы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы. Ауылыбыҙҙың социаль үҫешенә күп көс һалыусы, барыһына ла үрнәк, өлгөлө ғаилә башлығы булған шәхес.

Фәриә Фәйзрахман ҡыҙы Аливанова, алты балаға ғүмер биреүсе, 35 йыл дауамында Мораптал совхозының “Яҡуп” бүлексәһендә алдынғы һауынсы булып эшләгән, БАССР-ҙың Юғары советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән шәхес.

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ

Яҡуп ауылы

ҺАУЫНСЫЛАР ТӨШӨП ҠАЛМАҺЫН!

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегенән беҙҙең данлыҡлы һауынсыларыбыҙ төшөп ҡалып бара бит. Мин үҙем «Таймаҫ» совхозының ветеринар врачы булып эшләгәнлектән, улар тураһында әйтмәйенсә ҡала алмайым.

Ғәтиә Мөхәмәт ҡыҙы Йыһаншина Ялсыҡай ауылында тыуған. «Таймаҫ» совхозының «Лена» бүлексәһендә һауынсы булып эшләне. Коммунистар партияһының 21 съезы делегаты булды. Тырышып эшләгәне өсөн Ленин орденына лайыҡ булды.

Сәймә Фәтҡулла ҡыҙы Мөхәмәтова Йомағужа ауылында тыуған. «Таймаҫ» совхозының «Үрнәк» бүлексәһендә һауынсы булды. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 1970 йылда, Лениндың 100 йылығына, орденға торошло миҙал да тапшыралар уға.

Ғәзинур ҮТӘГӘНОВ
Яңы Таймаҫ ауылы


ИСҠУЖИНДАР ДИНАСТИЯҺЫ

Был проектҡа мин үҙ тормоштары, эшмәкәрлектәре менән районыбыҙ данын барлыҡ илебеҙгә, Башҡортостаныбыҙға таратҡан Исҡужиндар династияһынан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе тәҡдим итәм.

Рудик Ғәзиз улы Исҡужин – дәүләт эшмәкәре, Таймаҫ ауылы уҙаманы.

Мөхәмәт Ғәли улы Исҡужинды барығыҙ ҙа яҡшы беләлер, тип уйлайым. Ул – башҡорт милли мәғарифын тергеҙеүгә, энтузиаст һәм патриот булараҡ, ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ.

Мөхәмәт ағайҙың бер туғаны Йәүҙәт Ғәли улы Исҡужин федераль дәүләт именлеге органдарында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләне, шәхес культы осоронда нахаҡҡа ғәйепләнгән башҡорт яҙыусыларының, дәүләт эшмәкәрҙәренең исемдәрен аҡлау, халҡына кире ҡайтарыу буйынса ҙур, изге эштәр башҡарҙы.

Уларҙың бер туғаны Тәлғәт Ғәли улы Исҡужин – районыбыҙ башҡорттары араһынан үҫеп сыҡҡан тәүге техник кадрҙарҙың береһе, техник фәндәр кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Рәйес Зәки улы Исҡужин – медицина фәндәре кандидаты, быуын ултыртыусы.

Илдар ТАЙЫПОВ

Күмертау ҡалаһы

ИЛШАТ УҘАМАН

Был проектта Тимербай ауылында тыуып үҫкән арҙаҡлы актер, драматург Илшат Хәлил улы Йомағолов иң лайыҡлы урындарҙың береһен алырға тейеш. Сөнки уның башҡорт милли сәнғәтен, драматургияһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Дальмира ХӘЛИЛОВА

Тимербай ауылы

КӨЙӨРГӘҘЕНЕҢ КҮРЕНЕКЛЕ 100 ШӘХЕСЕ

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-аттарын биреүҙе дауам итәбеҙ. Был исемлек «Юшатыр» гәзитенә килгән хаттар, телефондан шылтыратыуҙарҙан алынған тәҡдимдәргә нигеҙләнеп төҙөлдө. Кем тағы ла ҡайһы шәхестәребеҙҙе ошо исемлектә күрергә теләй? Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ. Тик шуныһы, һеҙ республика, район кимәлендә исем-аттары яҡшы билдәле булған яҡташтарыбыҙҙы атарға тырышһағыҙ ине. Шәхестәрҙе тәҡдим итеүҙә сикләү юҡ, әлбиттә. Исемлек 100-ҙән дә артырға мөмкин. Абруйлы комиссия улар араһынан ысын-ысындан лайыҡлы тип табылған 100 шәхесте билдәләйәсәк, һәм исемлек октябрь айында, гәзиттең Республика көнөнә арналған һанында, баҫыласаҡ.

93. ӘБДРӘШИТОВ Рифҡәт Сөләймән улы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР кинематография отличнигы, күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән хеҙмәт ветераны, Мораптал ауылы.

94. ҠОБАҒОШОВ Ғимран Фәтих улы, “Таймаҫ” совхозының “Үҙәк” бүлексәһе управляющийы, “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән, Таймаҫ ауылы.

95. ИСҠУЖИН Рудик Ғәзиз улы, дәүләт эшмәкәре, Таймаҫ ауылы уҙаманы.

96. ИСҠУЖИН Мөхәмәт Ғәли улы, башҡорт милли мәғарифын тергеҙеүҙә, энтузиаст һәм патриот булараҡ, ҙур өлөш индереүсе.

97. ИСҠУЖИН Йәүҙәт Ғәли улы, оҙаҡ йылдар федераль дәүләт именлеге органдарында уңышлы эшләүсе.

98. ИСҠУЖИН Тәлғәт Ғәли улы, техник фәндәр кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

99. Исҡужин Рәйес Зәки улы – медицина фәндәре кандидаты, быуын ултыртыусы.

100. ЙОМАҒОЛОВ Илшат Хәлил улы, арҙаҡлы актер, драматург, Тимербай ауылы.

101. ЙЫҺАНШИНА Ғәтиә Мөхәмәт ҡыҙы, “Таймаҫ” совхозының “Лена” бүлексәһендә һауынсы булып эшләгән, Ленин ордены менән бүләкләнә, коммунистар партияһының 21 съезы делегаты, Ялсыҡай ауылы.

102. МӨХӘМӘТОВА Сәймә Фәтҡулла ҡыҙы, “Таймаҫ” совхозының “Үрнәк” бүлексәһендә һауынсы булып эшләгән, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. 1970 йылда, Лениндың 100 йыллығына, орденға торошло миҙал менән бүләкләнә, Йомағужа ауылы.

103. ИБӘТУЛЛИН Зәки Нәсих улы, Яҡуп ауылының 1-се уҡытыусыһы, фин һуғышында ҡатнашыусы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы. Ауылыбыҙҙың социаль үҫешенә күп көс һалыусы, барыһына ла үрнәк, өлгөлө ғаилә башлығы булған шәхес.

104. АЛИВАНОВА Фәриә Фәйзрахман ҡыҙы, 35 йыл дауамында Мораптал совхозының “Яҡуп” бүлексәһендә алдынғы һауынсы булып эшләгән, БАССР-ҙың Юғары советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән шәхес.
Читайте нас: