Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
12 Сентября 2017, 14:37

ҒОРУРЛАНЫР ЯҠТАШТАРЫБЫҘ КҮП БЕҘҘЕҢ

КӨЙӨРГӘҘЕНЕҢ КҮРЕНЕКЛЕ 100 ШӘХЕСЕ«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-аттарын биреүҙе дауам итәбеҙ.

КӨЙӨРГӘҘЕНЕҢ КҮРЕНЕКЛЕ 100 ШӘХЕСЕ

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-аттарын биреүҙе дауам итәбеҙ. Был исемлек «Юшатыр» гәзитенә килгән хаттар, телефондан шылтыратыуҙарҙан алынған тәҡдимдәргә нигеҙләнеп төҙөлдө. Кем тағы ла ҡайһы шәхестәребеҙҙе ошо исемлектә күрергә теләй? Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ. Тик шуныһы, һеҙ республика, район кимәлендә исем-аттары яҡшы билдәле булған яҡташтарыбыҙҙы атарға тырышһағыҙ ине. Шәхестәрҙе тәҡдим итеүҙә сикләү юҡ, әлбиттә. Исемлек 100-ҙән дә артырға мөмкин. Абруйлы комиссия улар араһынан ысын-ысындан лайыҡлы тип табылған 100 шәхесте билдәләйәсәк, һәм исемлек октябрь айында, гәзиттең Республика көнөнә арналған һанында, баҫыласаҡ.

105. ЮЛДЫБАЕВ Альберт Ғәйфулла улы, районыбыҙҙа ҡурай сәнғәтен тергеҙеүсе, үҫтереүсе, уға йәштәрҙе күпләп йәлеп итеүсе, халҡы өсөн янып йөрөүсе шәхес .

106. ҒАЙСИН Илгиз Сөләймән улы, Мораптал совхозының “Абдул” бүлексәһендә 45 йыл күп профилле механизатор булып эшләүсе, бик күп Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар һәм 3 орден ковалеры менән бүләкләнеүсе, районыбыҙҙың Почетлы гражданины.

107. ӘБДЕЛМӘНОВ Рәҡит Йәүҙәт улы, 2009 йылда “Алтын йөрәкле кеше”, “Татарстан Республикаһының йыл хәйриәсеһе”, 2013 йылда – “Ҙур йөрәкле кеше” исемдәренә лайыҡ булған. Бик күп китаптар авторы. Мораптал мәктәбе уҡыусыларының ижадын туплаған “Урғылып аға Юшатыр” исемле йыйынтыҡты баҫтырып сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүсе.

108. ИСҠУЖИН Зәки Әхмәтшәриф улы, оҙаҡ йылдар Таймаҫ совхозында эшләүсе зоотехник, оҫта быуын ултыртыусы шәхес.

ИСЕМЛЕКТӘ БУЛҺЫН ИНЕ
Күренекле 100 шәхес исемлегенән Зәки Исҡужин төшөп ҡалһа, дөрөҫ булмаҫ ине, минеңсә. Быуын ултыртыусы Зәки Әхмәтшәриф улын районыбыҙҙа ғына түгел, ә күрше район һәм өлкәләрҙә лә беләләр. Ул ярҙам һорап килгән һәр кемде лә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды һәм барыһына ла ярҙам итте. 2010 йылда мәрхүм булғас та, уны сит ерҙәрҙән һаман һорап килеүселәр булды. Оҙаҡ йылдар Таймаҫ совхозында зоотехник булып эшләүсе, оҫта быуын ултыртыусы Зәки олатайҙы ла был исемлектә күрергә теләр инек.

Татьяна ИСҠУЖИНА
Таймаҫ ауылы

УЙЛАП ЯҘЫРҒА КӘРӘК
Районымдың күренекле 100 шәхесе тигән конкурс иғлан ителгәс, хөрмәтле гәзит уҡыусылар үҙ тәҡдимдәрен яҙалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе район менән ауыл биләмәһен айыра алмай, шикелле. Тәҡдим иткән шәхестәр ауыл биләмәһенән ары районға дандары таралмағандар. Ҡайһы берәүҙәр үҙ ғаиләләренән шәхестәр тәҡдим итә. Шуға күрә иғтибар менән уйлап яҙырға кәрәк.

Хәтифә ҒӘЗИЗОВА
Күмертау ҡалаһы


УЛ ДА ЛАЙЫҠ
“Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе” проекты исемлегендә Абдул ауылында йәшәүсе 80 йәшлек Илгиз Сөләймән улы Ғайсинды ла күрергә теләр инем. Ул Мораптал совхозының “Абдул” бүлексәһендә киң профилле механизатор булып эшләне. К-700та, тракоторҙа, комбайнда 45 йыл эшләү дәүерендә бик күп Почет, грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар һәм 3 орден ковалеры менән бүләкләнде. Әлеге ваҡытта районыбыҙҙың Почетлы гражданины ул. Ошо 100 шәхес исемлегенә ул да лайыҡ тип уйлайым.

Гөлнәфис БИКМАЕВА,
Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы


ЮЛДЫБАЕВ ТА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегендә ғүмере буйы районыбыҙ, милләтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тип йән атып йөрөгән бер яҡташыбыҙ төшөп ҡалып бара бит. Юлдыбаев Альберт Ғәйфулла улы тураһында булыр һүҙем.

Ул район ауылдарына үҙенең машинаһында йөрөп, балаларға ҡурай уйнау серҙәрен өйрәтте. Заманында башҡорт иленең суверенитетын яҡлашырға тип, баш ҡалабыҙ Өфөгә тиклем барып еткән кеше. Ҡурай сәнғәтен үҫтереүҙә күп көс түкте ул, сәхнәгә үҙе менән бергә йөҙләгән ҡурайсыны алып сыҡты. Үҙе лә бик күп мәртәбәле конкурстарҙа еңеү яҡлаған яҡташыбыҙ районыбыҙҙа ҡурайсылар бәйгеһен ойоштороп ебәрҙе. Хәҙер йыл да уҙғарылып килгән был Асыҡ район ҡурайсылар конкурсы Альберт Юлдыбаев исемен йөрөтә. Шундай ҙа билдәле, районыбыҙ мәҙәниәте өсөн бик күп эштәр башҡарған шәхес 100 кеше исемлегенән һис тә генә төшөп ҡалырға тейеш түгел.

Мәҙинә ҠУНАҠҠОЛОВА
Ялсыҡай ауылы

ӨЛӨШӨ ҘУР
Районыбыҙҙың йөҙ күренекле шәхесе исемлегенә ҡарата мин дә үҙ фекеремде еткерергә булдым. Ысынлап та, һанай китһәң, был исемлеккә лайыҡлы кешеләр бик күп. Уларҙың һәр береһе төрлө өлкәләрҙә үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән дан ҡаҙанған кешеләр. Бына шул исемлектә мин тағы ла бер күренекле шәхесебеҙҙе күрергә теләр инем. Ул – Әбделмәнов Рәкит Йәүҙәт улы. Рәкит Әбделмәнов 1960 йылда районыбыҙҙың Аллабирҙе ауылында тыуып үҫкән. Мораптал мәктәбен тамамлағас, тыуған колхозында эшләп ала, аҙаҡ Татарстанға, Камазга эшкә китә. Камгэсэнергострой төҙөлөш берекмәһендә эшләй, шул уҡ ваҡытта, Кама автомеханика техникумын тамамлай. 1997 йылдан Иҙел – Урал хәйриә фондын ойоштороусы һәм етәкләүсе булып китә. Физик мөмкинселектәре сикләнгән актив кешеләрҙе бергә туплаған фонд, Рәсәй төбәктәренә һәм шулай уҡ сит илдәргә лә сәйәхәттәр ойоштора, спорт, мәҙәни, хәйриә саралары үткәрә. Рәкит Әбделмәнов – 2009 йылда ’’Алтын йөрәкле кеше’’, ’’Татарстан Республикаһының йыл хәйриәсеһе’’, 2013 йылда - ’’Ҙур йөрәкле кеше’’ исемдәренә лайыҡ була.

1988 йылдан Яр Саллы ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештәге Рәкиттең шиғырҙары, хикәйәләре республика матбуғатында йыш баҫылып тора. Ул бик күп китаптар авторы. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә Рәкит Әбделмәновтың өлөшөн баһалап бөткөһөҙ. Тыуып үҫкән ауылына, ҡасандыр белем алған тыуған мәктәбенә йыш ҡайтып, уҡыусы балалар, ауылдаштары менән осрашыуҙар үткәрә. Былтыр ул мәктәп уҡыусыларының ижадын туплаған ’’Урғылып аға Юшатыр’’ исемле йыйынтыҡты баҫтырып сығарыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Был китапты ҡулдарына алыу – балаларыбыҙға ҙур ҡыуаныс булды, улар тағы ла нығыраҡ дәртләнеп, әүҙемләшеп ижад итергә тотондолар. Районыбыҙҙың күренекле шәхестәре араһында Рәкит Әбделмәновтың исеме мотлаҡ урын алырға тейеш, тип уйлайым.

Эльфира ВӘЛИЕВА,
Яңы Мораптал ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы



Читайте нас: