КӨЙӨРГӘҘЕНЕҢ КҮРЕНЕКЛЕ 100 ШӘХЕСЕ
«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-аттарын биреүҙе дауам итәбеҙ. Был исемлек «Юшатыр» гәзитенә килгән хаттар, телефондан шылтыратыуҙарҙан алынған тәҡдимдәргә нигеҙләнеп төҙөлдө. Кем тағы ла ҡайһы шәхестәребеҙҙе ошо исемлектә күрергә теләй? Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ. Тик шуныһы, һеҙ республика, район кимәлендә исем-аттары яҡшы билдәле булған яҡташтарыбыҙҙы атарға тырышһағыҙ ине. Шәхестәрҙе тәҡдим итеүҙә сикләү юҡ, әлбиттә. Исемлек 100-ҙән дә артты. Абруйлы комиссия улар араһынан ысын-ысындан лайыҡлы тип табылған 100 шәхесте билдәләйәсәк, һәм исемлек октябрь айында, гәзиттең Республика көнөнә арналған һанында, баҫыласаҡ.
109. Рамаҙанова Зәкиә Нурғәли ҡыҙы, 10 бала әсәһе, 38 йыл дауамында «Таймаҫ» совхозының «Үрнәк» бүлексәһендә алдынғы һауынсы ла, ашнаҡсы ла булып эшләй. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы» орденға, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, 1970 йылда В. И. Лениндың 100 йыллығына орденын торошло миҙал да тапшыралар уға. Унан тыш, һәр йыллыҡта бирелгән өс «Социалистик ярыш еңеүсеһе» тигән билдәһе бар, әллә нисәмә Почет грамоталары һәм башҡа бүләктәре лә етерлек. Ә иң ҙур мәртәбәһе «Герой-Әсә» исеменә лайыҡ була.
110. Рахманғолов Минебай Вәлит улы, 19 йәшендә фронтҡа алынып, 1946 йылда медицина хеҙмәт лейтенанты исемендә хәрби фельдшер булып ауылына ҡайта. 1946 йылдың ноябренән Яҡшымбәт ауылында фельдшер булып эш башлай. Уның тырышлығы менән 2 урынлыҡ бала табыу йорто, фельдшер-акушер пункты, 80-се йылдарҙа ауылда табиптар амбулатория асыла, халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн тиҙ ярҙам машинаһы алыуға ла өлгәшә. «Ленинград оборонаһы өсөн», «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы», Юбилейная медаль 50 лет Советского Краснго Креста и Красного Полумесяца СССР» миҙалдары менән бүләкләнә, хеҙмәт ветераны.
111. Байғужин Хәсән Миңлебулат улы, «Таймаҫ» совхозында 45 йыл шофер булып эшләгән, хеҙмәт ветераны. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе, «Маҡтаулы хеҙмәте» миҙалы һәм райондың күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
112. Хөсәйенов Спартак Хәйҙәр улы, районыбыҙ, халҡыбыҙ тип янып йөрөгән кеше. Күмертауҙа М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы мәктәпте астырыуға ҙур өлөш индерә. Үҙенең аҡсаһына башҡорт халҡы тураһында китаптар алып ҡайтып, ауыл халҡына тарата. Ялсыҡайҙа билдәле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр башҡара. Уның тәҡдиме менән урамдарға Мөхәмәт Исҡужин, Хөрмәт Хөсәйенов, Салауат Юлаев, Баязит Бикбай исемдәре бирелде.
«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегендә минең ҡайным Минебай Вәлит улы Рахманғолов та булырға тейештер, ул быға шикһеҙ лайыҡ.
Минебай Вәлит улы Рахманғолов 1923 йылда 2-се Кинйәабыҙ ауылында тыуа. 19 йәшендә фронтҡа алынып, 1946 йылда һуғыш бөткәс кенә медицина хеҙмәт лейтенанты исемендә хәрби фельдшер булып ауылына ҡайта. 1946 йылдың ноябренән Яҡшымбәт ауылында фельдшер булып эш башлай. 25 км алыҫлыҡтағы ауылдарға йәйәү йөрөп, ҡунып ҡалып трахом сирен дауалап, еңә. Ул 12 ауылды йәғни 3000 кешене хеҙмәтләндерә. Уның тырышлығы менән тәүҙә 2 урынлыҡ бала табыу йорто, фельдшер-акушер пункты, 80-се йылдарҙа ауылда табиптар амбулатория астыра, халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн тиҙ ярҙам машинаһы алыуға ла өлгәшә. Уның өсөн ял да, байрам да, ямғыр ҙа, буран да, төн дә булманы. Ул һәр саҡ һаулыҡ һағында булды. Ырымбур өлкәһенән килгән ауырыуҙарға ла тәүге ярҙам күрһәтте, дауаланы. Уның бик күп орден-миҙалдары араһында «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы ла бар. Ул «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы», Юбилейная медаль 50 лет Советского Краснго Креста и Красного Полумесяца СССР» миҙалдары менән дә бүләкләнә. Ул хеҙмәт ветераны.
“Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе” исемлегендә уның да исеме мотлаҡ булһа ине.
Нурия РАХМАНҒОЛОВА
Яҡшымбәт ауылы
УНЫҢ ДА ИСЕМЕН КҮРГЕ КИЛӘ
«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлеген төҙөү хуплауға ғына лайыҡ. Уның ярҙамында районыбыҙҙағы хатта беҙ үҙебеҙ ҙә белмәгән, ишетмәгән бик күп исемдәрҙе асыҡланыҡ.
Бөгөн мин үҙемдең дә тәҡдимемде индермәксемен. Спартак Хөсәйенов районыбыҙ, халҡыбыҙ тип күп йөрөгән кеше. Күмертауҙа М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы мәктәпте астырыуға күп өлөш индерҙе. Суверенитетты яҡлаған саҡта үҙебеҙҙең ауыл советынан бер автобус кеше йыйып алып барҙы. Үҙе ике институт бөтһә лә, тирә-яҡтағы ғәҙелһеҙлекте бик күп «күргәне» өсөн вазифалы урындарҙы биләй алманы. Данлыҡлы милли геройыбыҙ Салауат Юлаев кеүек «бунтарь» холҡо бар уның. Үҙе лә эсмәй, тартмай, балаларын да шулай тәрбиәләне, барыһын да юғары белемле итте. Үҙенең аҡсаһына башҡорт халҡы тураһында төрлө китаптар алып ҡайтып, ауыл халҡына таратты. Ялсыҡайҙа билдәле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр башҡарҙы. Уның тәҡдиме менән урамдарға Мөхәмәт Исҡужин, Хөрмәт Хөсәйенов, Салауат Юлаев, Баязит Бикбай исемдәре бирелде. Шуға күрә районыбыҙҙың күренекле кешеләре исемлегендә Спартак Хөсәйеновтың да исемен күрге килә.
Хәлимә АҠСУРИНА
Ялсыҡай ауылы
Районыбыҙҙың 100 күренекле шәхестәре исемлегенә тәҡдим ителгәндәрҙе ҡарап барам, һәм үҙемдең фекеремде яҙып үтергә булдым.
Совет власы йылдарында хатта: «Бөтә яҡшы нәмә — балаларға» тигән саҡырыу ҙа ғәмәлгә инеп, уны тормошҡа ашырыу өсөн патия һәм дәүләт байтаҡ көс түкте. Дәүләтебеҙ шундай ҙур хәстәрлектәр менән саҡырып тороуға 10 балаға ғүмер биреүсе Зәкиә Нурғәли ҡыҙы Рамаҙанова 38 йыл дауамында «Таймаҫ» совхозының «Үрнәк» бүлексәһендә алдынғы һауынсы ла, ашнаҡсы ла булып эшләгән. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт Ҡыҙыл байрағы» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, 1970 йылда В. И. Лениндың 100 йыллығына орденға торошло миҙал да тапшыралар уға. Унан тыш, һәр йыллыҡта бирелгән өс «Социалистик ярыш еңеүсеһе» тигән билдәһе бар, әллә нисәмә Почет грамоталары һәм башҡа бүләктәре лә етерлек. Ә иң ҙур мәртәбәһе «Герой-Әсә» исеменә лайыҡ була.
Оло йөрәкле, киң күңелле, алтын ҡуллы өләсәйебеҙҙе, әсәйебеҙҙе һәм тормош иптәшем Зәкиә Нурғәли ҡыҙы Рамаҙанованы бәләкәй генә һөнәр менән шундай ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкәне, алдынғы ҡарашлы булғаны өсөн 100 күренекле кеше исемлегендә мотлаҡ булырға тейештер тим.
Марат РАМАҘАНОВ
Илкәнәй ауылы
“Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе”нә мин дә үҙемдең тәҡдимемде индерергә булдым. Был исемлектән шоферҙар, тракторсылар, механизаторҙар ҙа төшөп ҡалмаһын ине.
Күберәк иген иккән, ер кешеләрен һайларға кәрәктер. Иң-иң хөрмәт икмәктә бит. Икмәк булмаһа йәшәү ҙә юҡ.
Мин Ялсыҡай ауылынан Хәсән Миңлебулат улы Байғужинды тәҡдим итер инем. «Таймаҫ» совхозында 45 йыл шофер булып эшләп хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыҡты. Өлгөлө ғаилә башлығы ул. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе, «Маҡтаулы хеҙмәте» миҙалы һәм райондың күп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ауыл хужалығын үҫтереүҙә ҙур көс түккән ер кешеһе булараҡ ул да 100 кеше араһында мотлаҡ булырға тейеш.
Рәүзилә МӘЗИТОВА
Ялсыҡай ауылы