Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
29 Сентября 2017, 14:34

МӨХТӘРӘМ АҠҺАҠАЛ

Ғәфүр Һиҙиәт улы Ҡаҙаҡбаев Көйөргәҙе районының Түкән ауылында 1932 йылдың 15 мартында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Ғәфүр Һиҙиәт улы Ҡаҙаҡбаев Көйөргәҙе районының Түкән ауылында 1932 йылдың 15 мартында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тыуған ерендә башҡорт телендә алып, артабан уҡыуын күрше Васильевка мәктәбендә урыҫса дауам итә. Бында күбеһе Украина, Белоруссиянан эвакуацияланған тәжрибәле, юғары белемле көслө уҡытыусылар белем бирә. Ғәфүр отҡор, тырыш бала була – бөтә фәндәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә, айырыуса уға математика оҡшай. Тик кешелә тороп, фатирға түләп уҡыу, өҫтәүенә юҡ аҡсаны бар итеп туҡланыу-кейенеү бик ауырға төшә. Етмәһә, атаһы 1942 йылдың февралендә фронтҡа алына. Ғәфүр мәктәпте ташларға мәжбүр була. Уҡытыусылары быға бик көйөнә, уҡыуын дауам итергә өгөтләйҙәр...

Тылда һуғыштың бөтә ауырлығы ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңенә төшә. Шулай итеп, Ғәфүрғә лә ун йәшлек кенә малай көйөнә, башҡалар менән бер рәттән, “тормош арбаһына” егелергә тура килә. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем эшләйҙәр: йылҡы көтәләр, бесән сабалар, үгеҙ егеп ер һөрәләр, иген сәсәләр, мал ҡарайҙар, утын әҙерләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, элек көслө ир-ат башҡарған ауыр эш уларға тороп ҡала. Барыһы ла еңеүгә ҙур өмөт-ышаныс менән бөтөн көсөн һалып тырыша.

Һуғыш Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһенә күтәргеһеҙ ҡайғы килтерә. 1943 йылдың февралендә: “Ҡаҙаҡбаев Һиҙиәт Мәжит улы хәбәрһеҙ юғалды”, - тигән хәбәр алалар.

Ун алты йәшендә Ғәфүр ағаһы Ғайса менән еңелерәк тормош эҙләп сит яҡтарға сығып китә. Яҙмыш юлы уларҙы Кемерово ҡалаһына килтерә. Егеттәр шахтаға эшкә урынлаша: ағаһы – шахтер, ә Ғәфүр - уның ярҙамсыһы. Шахта идараһы, уға әле 18 йәш тулмағанын белеп ҡалып, икенсе эшкә күсерә. Тырыш егет эше менән уҡыуҙы бергә алып бара – бер йыллыҡ электриктар курсын тамамлай.

Электрик таныҡлығын ҡулына алыу менән ул тыуған яғына ҡайтып “Мораптал” совхозына эшкә урынлаша. Совхоз етәкселеге уны Бүздәк училищеһына ебәрергә ҡарар итә, ике ай буйына егет шофер һөнәрен үҙләштерә.

1951 йылда Ғәфүр армия сафына алына, диңгеҙ флотына эләгә. Калининград өлкәһенең Балтийск ҡалаһында тәүҙә “Свердлов”, һуңынан “Орджоникидзе” крейсерында электрик булып хеҙмәт итә ул. Биш йыл буйы “тоҙло моряк һурпаһы”н татырға тура килә. Ниһайәт, 1956 йылда тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫа һәм яңынан “Мораптал” совхозында электрик булып эш башлай. Түкән ауылы үҫә, яңы кирбес йорттар күбәйә, совхоз да нығый бара, малсылыҡ комплекстары ҡалҡып сыға. Уларға электр уты үткәрергә, яңы ҡорамалдарҙы сафҡа индерергә кәрәк, һәм быларҙың барыһын да Ғәфүр Һиҙиәт улы ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Тыуған ауылында ошо яратҡан һөнәренә ул ҡырҡ йылға яҡын тоғро хеҙмәт итә.

1960 йылда ул алыҫ Дыуан районынан комсомол юлламаһы буйынса эшкә килгән Дарвина исемле йәш, сибәр ҡыҙ менән ғаилә ҡора. Дарвина Мәғәсүм ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итә: һигеҙ йыл балалар баҡсаһы мөдире, утыҙ йыл Түкән мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһе 60 йылға яҡын бергә бәхетле ғүмер кисерә. Юлиә менән Ғәлиә исемле тәүфиҡлы һәм булдыҡлы, уңған ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары хәҙер үҙҙәре ғаилә ҡорған, тыуған ауылдарынан йыраҡта йәшәй. Ғәфүр Һиҙиәт улы менән Дарвина Мәғәсүм ҡыҙы өс ейәненә һөйөнә. Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһе күптән инде ауылда ғына түгел, бар районға танылған абруйлы ғаилә булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Бик күптәр уларға кәңәш-ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Ғәфүр Һиҙиәт улы ҡул ҡаушырып тик ултыра торған кешеләрҙән түгел. Бик оҙаҡ йылдар ул ижтимағи ойошмаларҙы етәкләне, ауылда партком рәйесе булды. Ул инсафлы шәхес, ғәҙеллекте яратыуы, яуаплылыҡ тойғоһо, фиҙаҡәрлеге, кешелеклеге, алсаҡ һәм асыҡ йөҙлө, һәр саҡ кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы менән халыҡ күңелен яулаған. Ғүмере буйы сәләмәт тормош рәүеше алып барҙы, ошоғаса умарта тота, үҙе лә һаман ошо бал ҡорттары һымаҡ эшһөйәр булып ҡала. Ә уларҙың баҡсаһында ниндәй генә емеш-еләк үҫмәй: алма, ҡарағат, балан-миләштән тыш, хатта ата-бабалар үҫтермәгән груша, виноград күҙҙең яуын алып емеш бирә, ә йәшелсәләрҙең төрөн һанап та бөткөһөҙ... Ғәфүр Һиҙиәт улы, инде оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, алыҫ 70-се йылдар башында ауылда тәүгеләрҙән булып алған “Жигули” автомобилендә һаман елдереп йөрөй.

Ғәфүр ағай бөгөн дә ысын-ысындан ауылдың мөхтәрәм аҡһаҡалы, иң абруйлы шәхесе булып ҡала.

Р.S. Ғәфүр ағай менән аралашҡанда уның тағы бер матур сифатына шаһит булдым – ул бик ябай, баҫалҡы кеше икән. Уның тураһында мәҡәлә яҙырға ине, тип көс-хәл менән өгөтләп күндерә алдым.

Фәриҙә ИСХАҠОВА
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: