«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-аттарын биреүҙе тамамланыҡ, һеҙҙән килеүсе тәҡдимдәрҙе лә туҡтаттыҡ. Был исемлек «Юшатыр» гәзитенә килгән хаттар, телефондан шылтыратыуҙарҙан алынған тәҡдимдәргә нигеҙләнеп төҙөлдө. Районыбыҙҙың 100 шәхесенә һәр кемдең кергеһе килә, шуға ғәҙел булһын өсөн беҙ үҙебеҙ генә бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итмәйбеҙ – махсус комиссия булдырҙыҡ. Район хакимиәте менән дә был турала килешелде. Комиссияға башҡорт, татар, рус, сыуаш милләте вәкилдәре керетелде: Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, “Юшатыр” гәзите редакторы Малик Ильясов, район ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, районыбыҙҙа рустар соборы етәксеһе Василий Копылов, районда татар конгресы башҡарма комитеты етәксеһе Илшат Нәжмиев, Өфөләге Көйөргәҙе һәм Күмертау йәштәре берлеге рәйесе, ошо исемлекте башлап ебәреүҙе тәҡдим итеүсе Руслан Вәлитов. Абруйлы комиссия исемлектәр араһынан ысын-ысындан лайыҡлы тип табылған 100 шәхесте билдәләйәсәк, һәм исемлек октябрь айында, гәзиттең Республика көнөнә арналған һанында баҫыласаҡ.
КӨЙӨРГӘҘЕНЕҢ КҮРЕНЕКЛЕ 100 ШӘХЕСЕ
113. Сәлихов Сәлим Хафиз улы, ҙур батырсылыҡ күрһәткәне өсөн «Ҡыҙыл байраҡ», «Ҡыҙыл Йондоҙ», «2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы» ордендары һәм «Батырлыҡ өсөн» ике, «Мәскәүҙе обороналаған», «Праганы азат иткән», «Берлинды алған», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары бихисап уның. 1967 йылда хеҙмәт батырлыҡтары өсөн хөкүмәтебеҙҙең иң юғары наградаһы «Ленин ордены»на лайыҡ була. «Почетлы колхозсы», «Хеҙмәт ветераны» исемдәрен лайыҡлы алған шәхес булды.
114. Фәйзуллин Әхтәм Әнәс улы, юғары категориялы хирург, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы һәм бик күп наградалары бар.
115. Әҙеһәмов Мәһәҙи Әбҡадир улы, «Мораптал» совхозының алдынғы, маҡтаулы хеҙмәт һәм һуғыш ветераны (Абдул ауылы). Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп орден-миҙалдарға лайыҡ була. Ленинградты азат итеүҙә ҡатнаша, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Уның Маҡтау, Рәхмәт ҡағыҙҙары бихисап, почетлы гражданин.
116. Кинйәбаева Хәҙисә Ғимран ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, художество үҙешмәкәрҙәр смотры лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры.
Һаумыһығыҙ «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Мин «Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә Мәһәҙи Әбҡадир улы Әҙеһәмовты тәҡдим итәм. Ул «Мораптал» совхозының алдынғы, маҡтаулы хеҙмәт һәм һуғыш ветераны (Абдул ауылы). Ул һуғыш башланыу менән фронтҡа алына, ауыр һуғыштың әсеһен татып, күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп орден-миҙалдарға лайыҡ була. Ленинградты азат итеүҙә ҡатнаша, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Механизатор һөнәре буйынса тәүҙә комбайнсы булып эшкә тотона. Бензин, һөт машиналарында, аҙаҡҡы йылдарҙа самосвалда эшләп хаҡлы ялға сыға. Эшләү дәүерендә ул күпме насар юлдарҙа ыҙа күргән, шуға ҡарамаҫтан ал-ял белмәй, бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға ҡәҙәр үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡара. Шәкәр сөгөлдөрө, иген тейәп китә, ҡайтҡанында брикет, кирбес тейәп халыҡты яғыулыҡҡа, туған совхозын кәрәк-яраҡҡа туйҙырҙы. Көнөнә 4-әр рейс яһап, үҙ-үҙен аямайынса тоғро, ауыр хеҙмәте менән ауыл хужалығын үҫтереүгә, совхозды тергеҙеүгә ҙур өлөш индерҙе. Уның тырыш хеҙмәтен баһалап 50-се йылдарҙа Мәскәүгә ауыл хужалығы күргәҙмәһенә ебәрәләр. Уның Маҡтау, Рәхмәт ҡағыҙҙары бихисап, бүләктәре әле лә иҫтәлек булып һаҡлана.
Ул алтын ҡуллы, алтын кеше булды, кешеләргә гел изгелекле, ярҙамсыл, дөрөҫлөктө яратыусы, тирә-яҡҡа, районға билдәле, почетлы гражданин. Ул был исемгә лайыҡлы шәхес.
“Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе” исемлегендә 1954 йылда Тимербай ауылында тыуған, әрмелә маҡтаулы хеҙмәт итеп, институт тамамлап әлеге көндә республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнөң 21-се дауаханаһында юғары категориялы хирург булып эшләгән Әхтәм Әнәс улы Фәйзуллинды ла һис шикһеҙ күрге килә. Уларҙың ғаиләһендә барыһы ла табиптар. 40 йылға яҡын медицина өлкәһендә эшләгән Әхтәм Әнәс улы медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы һәм бик күп наградалары бар. Ауылыбыҙға мәсет һалғанда ла ул ҙур ярҙам күрһәтте. Ул әле лә: “Атта сапҡан кеүек сабам да сабам”, - ти. Йылына үҙ бүлегендә 2700-ләп халыҡты дауалап сығарған, аҙнаһына 7-10 ауыр операция яһаған, эш буйынса сит илдәрҙә күп йөрөгән, тынғыһыҙ хирург та был исемлектән төшөп ҡалмаһын ине.
1967 йылда, бынан 50 йыл элек, бик күп ҡаршылҡтарҙы еңеп, шунан иленә кәмһетеү һүҙҙәре ишетеп, Кумертау ҡалаһында тәү башлап Гагарин исемендәге 2-се интенат мәктәптә (БРГИ), 9-сы урта мәктәптә башкорт теленән дәрес бирә башлай. 54 йыл эш стажының 40 йылын 3-сө гимназияла, Көйөргәҙе районының “Ленин байрағы” гәзитендә 4 йыл эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Уҡытыусы- методист” Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева 100-гә яҡын башҡорт теле уҡытыусыһы әҙерләй. Художество үҙешмәкәрҙәр смотры лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, “Почет Билдәһе” ордены кавалерының фотоһы ҡаланың почетлылар скверында өс тапҡыр ҡуйыла. (Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Таймаҫта тыуған, уҡытҡан). 100-ҙәр исемлегенә инергә һис шикһеҙ хаҡлы һәм лайыҡлы.
ТАЛАПСАН, ҒӘҘЕЛ ШӘХЕС ИНЕ
«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегенә минең атайым Сәлим Хафиз улы Сәлихов та лайыҡ булырлыҡ шәхес тип уйлайым. Беҙҙең райондың үткән тарихын яҡшы белгән кешеләр уны хәтерләйҙер. Ул районда бик билдәле кеше ине. Республикабыҙ, шулай уҡ районыбыҙ гәзиттәрендә лә уның хаҡында күп тапҡырҙар яҙҙылар.
Атайым Сәлим Хафиз улы Сәлихов 1921 йылда Көйөргәҙе районы Аҡһары ауылында донъяға килә. 1941 йылдың авгусында һуғышҡа алынып, 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Һуғышҡа Мәскәү янындағы ҡаты һуғыштар барғанда барып инә. Уға тиклем Стәрлетамаҡтағы пехота училищеһын тамамлап, өлкән сержант дәрәжәһе исемен ала ла командирҙар бүлегенән булып һуғыша башлай. Һуңынан Горький ҡалаһында механик-водителдәр курсында уҡып, айырым танк батальонында ошо һөнәр буйынса һуғышта ҡатнаша. Данлыҡлы «Ту-34» танкы менән Курск дуғаһындағы иң ҡаты һуғыштарынан да ситтә ҡалмай, илебеҙҙең бик күп ҡалаларын фашистарҙан азат итеүҙә лә әүҙем ҡаташа, Берлингә тиклем барып етә. Ҙур батырсылыҡ күрһәткәне өсөн «Ҡыҙыл байраҡ», «Ҡыҙыл Йондоҙ», «2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы» ордендары һәм «Батырлыҡ өсөн» ике, «Мәскәүҙе обороналаған», «Праганы азат иткән», «Берлинды алған», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары бихисап уның. Һуғыштан һуң комбайнсыға уҡып, тыуған колхозында 22 йыл комбайнсы булып эшләне. 10 йыл рәттән район буйынса гел беренсе урында була. 1967 йылда хеҙмәт батырлыҡтары өсөн хөкүмәтебеҙҙең иң юғары наградаһы «Ленин ордены»на лайыҡ була. Һаулығы насарайып китеү сәбәпле, һуңынан икенсе эшкә күсә. Һәр эшкә лә ул үтә лә яуаплы ҡараған кеше ине. Һуғыш ваҡытында партияға кереп, ғүмер буйы шул исемгә тап төшөрмәне. Уға партия ойошмаһында ла эшләргә тура килде. Ул тура һүҙле, кешегә лә, үҙенә лә талапсан, ғәҙел, тырыш, изге күңелле кеше булды. Һәр ваҡытта ла районыбыҙ, колхозыбыҙ өсөн янып, көйөп йәшәне, эшләне. Үҫмерҙәр араһында ҙур тәрбиәүи эш алып барҙы. «Почетлы колхозсы», «Хеҙмәт ветераны» исемдәрен лайыҡлы алған шәхес булды.