Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
3 Октября 2017, 19:31

УҢҒАН АПАЙЫМ

Редакциянан: Гәзиттең үткән һанында «Көйөргәҙенең 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-атын тамамлауыбыҙ хаҡында хәбәр иткәйнек. Шунан һуң редакцияға был темаға бәйләнешле Яҡшымбәт ауылынан тағы бер хат килде. Беҙ уны гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итергә булдыҡ. Шулай уҡ абруйлы комиссия исемлектәр араһынан ысын-ысындан лайыҡлы тип табылған 100 шәхесте билдәләп, исемлек гәзиттең Республика көнөнә арналған һанында баҫыласаҡ, тигәйнек. Ул исемлек байрамдан һуң донъя күрәсәк.

Редакциянан:

Гәзиттең үткән һанында «Көйөргәҙенең 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-атын тамамлауыбыҙ хаҡында хәбәр иткәйнек. Шунан һуң редакцияға был темаға бәйләнешле Яҡшымбәт ауылынан тағы бер хат килде. Беҙ уны гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итергә булдыҡ. Шулай уҡ абруйлы комиссия исемлектәр араһынан ысын-ысындан лайыҡлы тип табылған 100 шәхесте билдәләп, исемлек гәзиттең Республика көнөнә арналған һанында баҫыласаҡ, тигәйнек. Ул исемлек байрамдан һуң донъя күрәсәк.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре!


Мин дә һеҙгә үҙемдең үтенес-тәҡдимемде яҙырға булдым. Бәлки, һеҙҙең баҫмала күрергә насип булыр.

«Көйөргәҙенең 100 шәхесе» исемлегендә мин үҙемдең апайымды ла күрергә теләр инем. Һүҙем Гөлсирә Ноғман ҡыҙы Аҡһарова тураһында. Ул йәмле Ҡотлоюл ауылында 1946 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Яҡшымбәт урта мәктәбен тамамлағас, 1 йыл ауылда «Искра» колхозында һауынсы булып эшләй. Унан һуң Күмертау ҡалаһына һөнәрселек училищеһына уҡырға китә. Гөлсирә апайым шул уҡыу йортон тамамлап, еңел булмаған токарь һөнәрен үҙләштерә, ҡалала эшкә ҡала.

Үҙ һөнәрен яратып башҡара ул. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, эштән һуң ҡаланың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында драма түңәрәгенә йөрөргә лә, спорт ярыштарында ҡатнашырға ла өлгөрә. Апайымдың тырышлыҡтарын һәр яҡлап күәрәләр. Уны бер нисә тапҡыр ҡала советы депутаы итеп һайлайҙар, халыҡ заседателе булып та ҡатнаша ул. Яҡшы эшләгәне өсөн уның фотоһы һәр ваҡыт Почет таҡтаһында тора.

Заводта эшләгәндә лайыҡлы хеҙмәте өсөн Гөлсирә апайым 2 «Хеҙмәт Даны» ордены, «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе, «Социалистик ярыш отличнигы», «Коммунистик хеҙмәт алдынғыһы» билдәләре, бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнә.

Ә инде 1970 йылда Гөлсирә Ноғман ҡыҙын, ҙур ышаныс күрһәтеп, комсомолдың XVI съезына, Мәскәүгә, делегат итеп һайлайҙар. Ошо йылда В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға сығарылған орденға торошло миҙал да тапшыралар уға.

Был ваҡиға беҙҙең ғаилә өсөн генә түгел, Күмертау ҡалаһы өсөн дә, районыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ ине. Гөлсирә апайым - «Хеҙмәт ветераны». Ул үҙенең һөнәренә тоғро ҡалып, 60 йәшенә тиклем эш башлаған заводта эшләне.

Шулай итеп, «Юшатыр» битендә уның да исемен күрге килә.

Мәмдүҙә СЫНБУЛАТОВА

Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: