Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
10 Октября 2017, 16:35

ШУНДАЙ ҠАҺАРМАНЫБЫҘ БАР БЕҘҘЕҢ

Районыбыҙҙа Советтар Союзы Геройы, яҡташыбыҙ Вениамин Недошивиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған төрлө саралар үтте. Үткән йома Айсыуаҡта уның исемен йөрөткән урамда байрам булды. Халыҡ аш-һыу әҙерләп, йырҙар йырлап ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов барыһын да сәләмләп, байрам менән тәбрикләне һәм ҡаһармандарыбыҙҙың Мәскәүҙән килгән ике туған ҡустыһы, ялдағы эске эштәр минстрлығы полковнигы, яҡташыбыҙ Александр Заваюра, Соль-Илецк ҡалаһынан килгән ике туған һылыуы Татьяна Недоносова менән таныштырҙы.

- Ермолаево ауылында төрлө милләт халҡы йәшәһә лә, һәр саҡ дуҫ һәм татыуҙар. Артабан да шулай берҙәм булығыҙ. Минең ағайым Вениамин Георгиевичтың иҫтәлегенә ошондай саралар үткәргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ул - миңә ныҡлы терәк булды. Ҡайҙа ғына булмаһын, һәр саҡ үҙенең ҡанаты аҫтына алды, ярҙам итте, - тип күҙ йәштәрен һөртә-һөртә хәтирәләре менән бүлеште Александр Николаевич.

Айсыуаҡтағы Недошивин урамында ҡунаҡтар бергәләп иҫтәлеккә миләш ағастары ла ултыртты.

Биктимеров менән Хәсән Ғайсинға ҡуйыласаҡ.

Артабан Вениамин Георгиевичтың юбилейына арналған сараларҙың тантаналы өлөшө “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сараға республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов, был ойошманың элекке етәксеһе Марат Муллағәлләмов һәм башҡа ҡунаҡтар килгәйне. Яҡташ батырыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар, сығыштар яһанылар. Иҫтәлекле байрам концерт номерҙары менән тамамланды.

Автор фотолар.

Читайте нас: