Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
13 Октября 2017, 17:57

ХӨРМӘТКӘ ЛАЙЫҠ ХӨРМӘТ!

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегендә Таймаҫ ауылы уҙаманы Хөрмәт Заһит улы Юлдыбаев та булырға тейеш, тип уйлайым.

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегендә Таймаҫ ауылы уҙаманы Хөрмәт Заһит улы Юлдыбаев та булырға тейеш, тип уйлайым.

Ул Таймаҫ ауылында 1933 йылдың 10 сентябрендә тыуған. 1941-1951 йылдарҙа Таймаҫ мәктәбендә уҡып, белем ала. Мәктәпте тамамлағас, Таймаҫ ауыл китапханаһында эшләй. Уҡыуын Башҡорт ауыл хужалығы институтында дауам итә һәм уны уңышлы тамамлап, 1957 йылда «Таймаҫ» совхозына инженер булып эшкә ҡайта.

1961 йылда Маяҡ ҡасабаһына ауыл хужалығы училищеһына эшкә күсерелә.

1962 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан профсоюздарының өлкән инспекторы, ә 1966 йылдан профсоюз үҙәк комитеты инспекторы булып эшен дауам итә.

1986 йылдан алып хаҡлы ялға киткәнсе Башҡортостан профсоюздары үҙәк комитетының техник инспекторы булып эшләй.

Хөрмәт Заһит улының 41 йыл эш стажы бар, шуның 34 йылы - хеҙмәтте һаҡлау буйынса техник инспектор, 20 йылы - юғары техник инспектор. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшенә яуаплы ҡараны. Уны бөтә ерҙә лә белделәр һәм хөрмәт иттеләр. Ауыр ҙа, яуаплы ла эшенең һөҙөмтәһе булып уның наградалары тора: «Рәсәй профсоюзына 100 йыл», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары; Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексы эшсәндәре профсоюздары үҙәк комитетының Почет грамотаһы һ.б. менән бүләкләнгән.

Хөрмәт Заһит улы яҡшы эшсе генә түгел, ә Гөлсирә Фазулла ҡыҙы өсөн тоғро тормош иптәше, өс ҡыҙы Әнисә, Әлфиә һәм Зөлфиә өсөн талапсан атай, 6 ейән-ейәнсәре өсөн һөйкөмлө олатай ҙа, ауылдаштары өсөн һөйләшеп һүҙе бөтмәгән ир арыҫланы ул хөрмәткә лайыҡ Хөрмәт.

Рәйлә МӘҺӘҘИЕВА
Таймаҫ ауылы
Фотола: Хөрмәт Юлдыбаев ғаиләһе менән
Фото ғаилә архивынан

Читайте нас: