Все новости

АТАЙЫМДАН ҠАЛҒАН НУРҘАР

Атайым Ғәзизйән Ғилмислам улы Хәлилов, Көйөргәҙе районында, Күмертау ҡалаһында билдәле, арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе ине. Редакция хеҙмәткәре, уҡытыусы, мәктәп директоры, райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе – «Мораптал» совхозының партия ойошмаһы секретары. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен аямай, бөтә йөрәге менән янып, бирелеп эшләне, балҡып йәшәне. Бик йәшләй, илле йәшендә генә, беҙҙең аранан китте. Ошо көндәрҙә, 6 ноябрҙә уның тыуған көнө. Атайымды районда оло быуын кешеләренән күптәр белә, һәм ул «Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»ндә урын алырға лайыҡлы, тип иҫәпләйем.

Атайым Ғәзизйән Ғилмислам улы Хәлилов, Көйөргәҙе районында, Күмертау ҡалаһында билдәле, арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе ине. Редакция хеҙмәткәре, уҡытыусы, мәктәп директоры, райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе – «Мораптал» совхозының партия ойошмаһы секретары. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙен аямай, бөтә йөрәге менән янып, бирелеп эшләне, балҡып йәшәне. Бик йәшләй, илле йәшендә генә, беҙҙең аранан китте. Ошо көндәрҙә, 6 ноябрҙә уның тыуған көнө. Атайымды районда оло быуын кешеләренән күптәр белә, һәм ул «Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»ндә урын алырға лайыҡлы, тип иҫәпләйем.

Атайым менән аралашҡан дуҫтары, уның ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәттәштәре, уны иҫ киткес кеселекле, йомарт күңелле, тәрән фекер йөрөтә белгән, тәбиғәт үҙе биргән һәм үҫтергән бөйөк шәхес, тип хәтерләй (Рамаҙан Хәлилов, «Оло йөрәкле кеше ине»). Етәксе сифаттарына эйә булыу менән бер рәттән, ул бик ябай ине: һәр саҡ шат, йор күңелле, төшөнкөлөккә бирелмәүсән, юморға бай булды атайым. Шуның өсөндөрмө, беҙҙең өйҙән кеше өҙөлмәне. Дуҫтары ла күп булды, көнләшеп аҫтан сағыусылары ла етерлек ине.

Ғилмислам олатай һуғышҡа киткәндә, атайыма 9 йәш кенә була. Олатайым, Ғилмислам Сәлихйән улы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһында, майор Нафиҡов полкында орудие расчеты командиры була. Сталинград өсөн барған иң ҡаты һуғышта 1942 йылдың 22 ноябрендә һәләк була. Һуңғы хатын 14 ноябрҙә яҙып ебәрә. Шунан бирле ғаиләбеҙҙең ҡәҙерле ҡомартҡыһы, олатайҙың ғүмерлек аманаты булып, ошо хат һаҡлана.

Атайыма 1943 йылдан алып ауылда колхоз аттары менән төрлө эштәр башҡарырға тура килә. Кинйә ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Абдул, унан Таймаҫ, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы бүлеген тамамлай. Был ваҡытта инде дүрт бала әсәһе булған әнәйем Хәҙисә Ғайса ҡыҙы, бер ҡасан да атайымдың уҡыу теләгенә ҡаршы төшмәй, сабыр ғына донъя йөгөн тарта. Әнәйемә булған рәхмәт хисе, атайымдың күңеленән шиғри юлдар булып урғыла:

Тағы китәһеңме, тиһең дә һин,

Миңә күҙҙәреңде төбәйһең.

Унһыҙ телгеләнгән йөрәгемдең,

Яраһына тоҙҙар һибәһең.

Ауыр һиңә, йәнем, яңғыҙыңа,

Тормош арбаларын һөйрәргә.

Ләкин һинең көсөң, телдәремә

Асҡыс була ҡыйын мәлдәрҙә.

Һинең көсөң миңә ҡанат бирә,

Янтайғанда, елеп үтергә.

Һинең көсөң миңә өмөт бирә,

Сәскән орлоҡ кеүек үҫергә.


1958 йылдан Көйөргәҙе районының «Ленин байрағы», «Октябрь юлы» гәзиттәре редакцияларында яуаплы сәркәтип, хәбәрсе, хаттар бүлеге мөдире вазифаларын башҡара атайым. Журналистика эшенә ул ғүмере буйы тоғро ҡалды. Инде беҙгә, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә аманат булып, уның яҙған мәҡәләләре, шиғырҙары, педагогик яҙмалары, көндәлектәре, хаттары ғаилә архивында һаҡлана. Шул архивтарҙы ҡарайым да, хайран ҡалам. Оло шәхестәрҙең ниндәй генә иҫтәлекле яҙмалары юҡ!

өсөн һаҡланһын ине», – тип Сабир Кинйәкәйҙең ижадын киләһе быуындарға еткерергә, уның тураһында онотмауҙарын теләй ул.

Ғәли Ибраһимов та «Кинйә» романы өҫтөндә эшләгән ваҡытта атайыма мөрәжәғәт итә. Уға Кинйә ауылы тарихы, ауылдар аралығы, райондың топонимик легендалары, ялан-ҡырҙары, Ырымбур юлы, беҙҙең төбәктең ауыҙ-тел ижады, риүәйәттәре кәрәк була. Атайым Ғәли Ибраһимовҡа кәрәкле материалдарҙы йыйып ебәрә. Был хәтирәләр атайымдың архивындағы әҙиптең хатынан һәм көндәлек биттәренән...

«20.06.1980. Районға Диҡҡәт менән Мәрйәм Бураҡаевтар килеп киттеләр. Яҡуп ауылында Диҡҡәт «Ер аҫты һыуҙары һәм уларҙы һаҡлау» тигән темаға бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сығыш яһаны». Ошо йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә Мәрйәм Бураҡаеваның бәләкәй ауылдар яҙмышы тураһында мәҡәләһе баҫыла. Шунда геройҙар ауылы – II Кинйә хаҡында ла һүҙ бара. Мәрйәм апай бик ҙур мәсьәләләр күтәреп сыҡҡас, райондың түрәләре Кинйә ауылын ҡалдырыуға теше-тырнағы менән ҡаршы килеүҙәре тураһында яҙа. Был турала атайымдың да Өфөгә, Зекериә Аҡназаровҡа, ҡабул итеүгә йөрөүҙәре тураһында көндәлек биттәрендә бәйән итә. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәй. Тағы ла көндәлек биттәренә күҙ һалайыҡ: «Кинйәгә Министрҙар советы председателе Аҡназаров килеп төштө. Бик ентекләп ҡарап сыҡты, кешеләрҙе йыйып һөйләште, ауылдың киләсәге хаҡында хәстәрлек күреләсәге тураһында хәбәр итте. Ике көндән һуң ауылға министр урынбаҫарҙары – 12 кеше килеп төштө. Тағы ла ҡарап сыҡтылар, һораштылар, кәңәшләштеләр. Дүрт йөҙ башҡа мал торлағы, дүрт йөҙ башҡа быҙау һарайы, мемориаль үҙәк, илле йорт, мәктәп, медпункт, балалар баҡсаһы, мунса һалырға ҡарар иттеләр. Юлды, ауылды, урамды төҙөкләндереү хаҡында ла хәстәрлек күреләсәген белдерҙеләр. Бик ҙур эштәр башҡарылырға тора. Киләсәктә бында эксперименталь поселок буласаҡ. Шуға ярашлы рәүештә, совхоздың башҡа бүлексәләрендә лә ҡайһы бер эштәр башланырға оҡшай. Һәр хәлдә, Аҡназаровтың һүҙе буйынса, партия өлкә комитетының был хаҡта махсус ҡарары буласаҡ», – тип фаразлай атайым. «Күп йыллыҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһе булараҡ – тарихи ауыл һаҡланып ҡаласаҡ, киләсәк быуынға ҙур һәм оло ҡомартҡы, иҫтәлек – данлыҡлы башҡорт ауылы һаҡланып ҡаласаҡ. Бының тәрбиәүи роле бик ҙур, патриотизм сығанағы – геройҙар төпкөлө һаҡлана», – тип шатлыҡлы уйҙарын яҙып ҡуйған (23 июнь 1980 йыл). Ә 3 июлдә: «Революция дауам итә, – тип тағы ла ҡыуаныстары менән уртаҡлаша. – Кисә Л.В. Хихлуха (Башҡорт АССР-ы төҙөлөш һәм архитектура эштәре идаралығы начальнигы) тағы килде. Кинйәлә эш барышын тикшерҙе, буласаҡ йорттарҙың план-проекттарын алып килгән. Буласаҡ поселоктың да планы бар. Мемориаль үҙәк буласаҡ».

Шулай бай тарихлы, «перспективаһыҙ» тип мөһөр һуғылған Кинйә ауылы 80-се йылдарҙың оло йөрәкле, башҡорт халҡының яҙмышына, тарихына битараф булмаған шәхестәре ярҙамы менән һаҡлап ҡалына. Хәҙер был ауылды «һаҡлап ҡалыуҙарын» оло мәртәбәгә һанап сығыш яһаусылар күп, «иң ҙур ҡаҙаныштары» итеп күрһәтәләр, тик был эште башлап йөрөүсе Мәрйәм Бураҡаева менән бергә минең атайым да бар ине. Үҙе юҡтың, күҙе юҡ, тип халыҡ белмәй әйтмәгән. «Минең дә ҡатнашлығым ҙур, күп етәкселәрҙең ҡаршылыҡтарын йырып сығырға тура килде», – тип күкрәк һуға алмай атайым. Инде башҡалар күкрәк ҡаға. Музей директоры Харрас Биктимеров осрашҡан һайын: «Ғәзиз ағайҙың алдан күрә белеү һәләте, аҡылы ғына алып ҡалды Кинйә ауылын. Ул күп йөрөнө», -ти ҙә ул, тик был турала музейҙа бер мәғлүмәт тә юҡ! Мәләүез районында йәшәүсе тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы Зөфәр Толомғужин да: «Көйөргәҙеләр беҙҙән өлгөрөрәк булып сыҡты шул, иртәгәһен уйлап хәл иттеләр. «Арыҫлан» совхозында беҙҙекеләр ҙә музей асырға уйлағандар ине, Кинйәлә бер музей бар бит инде, бер геройҙың ике тыуған ере булмай», – тип туҡтаттылар», – ти.

Атайым тарихҡа ғына түгел, әҙәбиәткә лә ғашиҡ кеше ине. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын яратты, үҙе лә матур йырлай ине, гармунда ла уйнаны. Китап яратты, бик бай китапхана йыйҙы. Ҡайҙа ғына бармаһын, һәр саҡ китап һатып алып ҡайтыр ине. Беҙ Римма һылыуым менән педагогия институтының филология бүлегенә уҡырға ингәс, китаптарҙы өсәр дана алыр булды: үҙенә, миңә, һылыуыма. «Китап ул – бер быуындың икенсеһенә васыяты», – тиер ине. Беҙ ҙә, ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул була, тигәндәй, йәштән үк китапҡа ихтирамлы булып, байлығыбыҙ күреп, китапханалар йыйып йәшәйбеҙ. Ғаилә китапханаһында 50-70-се йылдарҙа сыҡҡан Барый Ноғманов, Рәшит Солтангәрәев, Диҡҡәт Бураҡаев, Мәрйәм Бураҡаева, Ғәлим Хисамов, Мостафа Кәримовтарҙың китаптары автографтары менән дә ҡиммәтле. «Ғәзиз генә Ғәзиз дуҫыма! Беҙ бергәләп йондоҙҙай ҡабындыҡ. Артабан да ҡабынһаҡ ине. Етегән йондоҙ кеүек дуҫымдың береһенә», – тип Барый Ноғманов дуҫлыҡтарын баһалаһа, Рәшит Солтангәрәев: «Был донъяла бергә-бергә йәшәгәндең иҫтәлеге булһын». Мәрйәм Бураҡаева: «Хөрмәтле Хәлилов дуҫтарға оло ихтирам менән», – тип ололай. Эш менән Өфөгә барғанында, «Диҡҡәттәрҙә булдым», – тип әҙәбиәт өлкәһендәге яңылыҡтар, ҡыуаныстар менән таныштырыр, хәүефтәре менән бүлешер ине. Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтың күп шиғырҙарын яттан белә ине, бергә йыйылышҡан саҡтарҙа, алмашлап-алмашлап беҙ ҙә яттан шиғырҙар һөйләр инек. Районда, ҡалала ҙур хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған Мостафа ағай Солтановтар ҙа атайым менән әнәйемдең һәйбәт ғаилә дуҫтары ине.

Биш-алты йыл элек миңә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән әңгәмәләшеү бәхете тейҙе. Танышып, һөйләшә торғас: «Мин бит һинең атайыңды яҡшы беләм булып сыға. Тәрән мәғәнәле, бөйөк рухлы кеше ине. Милләтебеҙ яҙмышына бер ваҡытта ла битараф булманы. Тормошо ла, эштәре лә ҙур ихтирамға лайыҡ. Һоҡланғыс кеше ине. Уның балалары менән танышыуыма шатмын», – тип атайым тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште.

Атайымдың көндәлек биттәренең береһендә Мостай Кәримдең «Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде, тиһең...» тигән шиғри юлдары килтерелгән. Ошо шиғыр юлдарындағы бәйгеләрҙә ярһып сабып, йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ, атайым да, һәр саҡ алдынғылар рәтендә, арыу-талыу белмәй эшләне, йәшнәп йәшәне, балҡып янды, тормошта яҡты эҙ ҡалдырып, беҙҙең арабыҙҙан иртә китеп барҙы. Атайым ҡабыҙған йылы нурҙар күптәрҙең күңелендә әле лә һаҡлана! Шул нурҙар йылыта ла инде беҙҙе.

Райхана ХӘЛИЛОВА,

Күмертау педагогия колледжы уҡытыусыһы.

Күмертау ҡалаһы

Фотолар ғаилә архивынан

Читайте нас: