Все новости

ШАҒӘЛЕ ШАҺМАНҒА – 500 ЙЫЛ

2019 йылда республикабыҙ халҡын, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын киң билдәләү менән бер рәттән, тағы ла бер данлыҡлы тарихи дата көтә. Ул – Тамъян ырыуы бейе, тархан һәм беренсе башҡорт дипломаты Шағәле Шаһмандың тыуыуына 500 йыл тулыу.

2019 йылда республикабыҙ халҡын, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын киң билдәләү менән бер рәттән, тағы ла бер данлыҡлы тарихи дата көтә. Ул – Тамъян ырыуы бейе, тархан һәм беренсе башҡорт дипломаты Шағәле Шаһмандың тыуыуына 500 йыл тулыу.

Шағәле Шаһман – тарихи ҡараш яғынан ҡыҙыҡлы, халыҡ хәтеренә һәм бөйөк данға лайыҡ шәхес. Ул Башҡортостандың беренсе дипломаты һәм беренсе тыныслыҡ урынлаштырыусыһы. Тамъян ырыуы бейе XVI быуатта уҡ айырым алынған халыҡтың яңғыҙлыҡ фажиғәһен аңлаған. Шағәле Шаһман, тик берҙәмлектә көс, тип иҫәпләгән һәм халҡын тыныслыҡ, именлек менән тәьмин иткән, уларҙы аҡрынлап ултыраҡ тормошҡа күсергән. Нәҡ Шағәле Шаһман бей, Тамъян ырыуы башлығы, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарын Рус дәүләтенә башлап ҡушыусыларҙың һәм етәкселәрҙең береһе, Тамъян башҡорттарының Нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәште етәкләгән кеше. 1555 йылдар аҙағында – 1556 йылдар башында Шағәле Шаһман берләшкән көньяҡ-көнсығыш башҡорттары илселеге составында һөйләшеү өсөн Ҡазанға батша наместнигына барған. Һөҙөмтәлә тамъяндар Рус дәүләтенә ҡушылған һәм 1557 йылда Иван IV батшанан ерҙәр биләмәһенә эйә булыуға хоҡуҡ грамотаһы алған. Шағәле Шаһманға «Тархан» исеме бирелгән.

Күренекле шәхестең тыуыуына 500 йыл тулыуын Башҡортостан йәмәғәтселеге киң билдәләргә йыйына. Уға Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар. Быйыл Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында был шәхескә арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәреү ҙә планлаштырыла. Шағәле Шаһман ерләнгән Белорет районы Ҡаһарман ауылынан РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, аҡһаҡал Ҡасим Нафиҡов яңыраҡ «Шағәле Шаһман төйәге — Ҡаһарман» тигән китап баҫтырып сығарҙы. Был йәһәттән көйөргәҙеләрҙең дә уңышы бар: тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист Сәйфулла Әмиров Шағәле Шаһман вариҫтары йәшәгән тыуған ауылы Йомағужа тамъяндары хаҡында үҙнәшер юлы менән китап сығарҙы.

Шағәле Шаһман вариҫтары тағы ла Көйөргәҙе районының Илкәнәй, Түкән, Свобода ауылдарында, Күмертауҙа йәшәй. Район мәҙәниәт бүлеге, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә был тарихи датаны билдәләүҙә, әбйәлилдәр, белореттар, миәкәләр һәм, мәләүездәр менән бер рәттән көйөргәҙеләр ҙә ситтә ҡалмаҫ, моғайын.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ
Читайте нас: