Все новости

КӨМӨШ ЭЙӘР

– Яңы ауыл бына ошонда була, – тип, Кинйә абыҙ Арыҫланов атының өҫтөнән көмөш эйәрен алып, бисмиллаһын әйтеп, доғаһын уҡып, уны ырыуҙаштары баҫып торған ер эргәһенә ҡуйҙы. Барыһының да йөҙҙәренә ҡәнәғәт йылмайыу сыҡты.

– Яңы ауыл бына ошонда була, – тип, Кинйә абыҙ Арыҫланов атының өҫтөнән көмөш эйәрен алып, бисмиллаһын әйтеп, доғаһын уҡып, уны ырыуҙаштары баҫып торған ер эргәһенә ҡуйҙы. Барыһының да йөҙҙәренә ҡәнәғәт йылмайыу сыҡты.

Арыҫлан ауылының бер төркөм бошман-ҡыпсаҡтары яңы ауыл нигеҙләү өсөн ҡулайлы урын эҙләп күпме ерҙәрҙе гиҙҙе! Киң шул башҡорттоң ере! Иҫ китмәле киң! Шуға ла ят бауырҙарҙың күҙҙәре ҡыҙыпмы ҡыҙа. Убалы, сал ҡылғанлы далалары ғына ла әллә ҡайҙан алып әллә ҡайҙарға тиклем йәйерәп ята бит уның.

Иҙел–Нөгөш араһы һуңғы ваҡытта тынғыһыҙ төбәккә әйләнде. Бер яҡтан, Твердышев, Мясниковтар аптыратһа, үҙеңдеке үҙеңә яу, тигәндәй, икенсе яҡтан, ҡайһы бер ырыуҙаштары тәҡәтте ҡорота.

Кинйә Бағра тауы эргәһендә, Нөгөштөң уң яҡ ярындағы йәйләүҙә, тыуҙы. Ошонда үҫеп, егет ҡорона инде.

Атаһы Арыҫлан Аҡҡолов – Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы менән олоҫоноң батыры ла, тарханы ла, аҫабаһы ла, старшинаһы ла ине заманында. Ул нисәмә тиҫтә йылдар Наҙы йылғаһы ярындағы ауылында йәшәп, шунда мәрхүм булды. Атаһы үлгәс, донъя Кинйәгә ҡалды.

Был яҡтар – Иҙел менән Нөгөш араһы – үҙе бер ожмах мөйөшө. Бында тыуған һәр кем үҙен донъялағы иң бәхетле кеше тип иҫәпләй. Иҫәпләмәҫлек тә түгел шул… Ул Нөгөшкә сылтыр-сылтыр килеп ҡушылыусы көмөш һыулы шишмәләре, күлдәктәрен яҙын-йәйен йәшел, көҙөн һары төҫтәргә алыштырыусы ағастары, яҙын ул ап-аҡ сәскәгә күмелеүсе муйыллыҡтар, йәйен бар тирә-яҡты хуш еҫкә күмеүсе йүкәлектәр. Уларҙа гөжләп бал йыйыусы нәҙекәйбилле ҡараҡай башҡорт бал ҡорттары.

Бында иркен дала киңлектәре бөтөп, Урал тауҙары башлана. Тәбиғәттең ошо ожмах мөйөшөн башҡорт ырыуҙарынан сәңкем-ҡыпсаҡтар, бошман-ҡыпсаҡтар, ҡары-ҡыпсаҡтар, тамъяндар төйәк иткән. Барыһы ла төптән бер нәҫелдән. Боронғо ҡомандар улар.

Кинйә бәләкәйҙән аҡыллы, зирәк, уҡырға әүәҫ, ғәҙел, ҡыйыу һәм тәүәккәл бала булды. Үҫә төшкәс, уны Килмәк абыҙ мәҙрәсәһенә уҡырға бирҙеләр.

Кинйә үҙ ғүмерендә атаһынан күп нәмәгә өйрәнде. Хәлле ғаиләлә үҫһә лә, ырыуҙаштарын байға, ярлыға айырманы, барыһына ла ғәҙел булырға тырышты.

Атаһы яҡты донъянан уҙғас, ырыуҙаштарының күпселеге Кинйәне уның урынына волость старшинаһы итеп һайланы. Был XVIII быуаттың 60-сы йылдары башы ине.

Араларындағы байғуралар, дөрөҫө, бер нисә быуын ғына айырым тармаҡланған нәҫелдәштәре күп тапҡырҙар уның эштәренә аяҡ салырға тырышты. Ҡара көнсөлдәре етерлек булды.

Батша хөкүмәте башҡорттар Рәсәйгә ҡушылғаны бирле тиҫтәләрсә йылдар дауамында, яйлап ҡына, Башҡортостандың ялан-туғайлы, урман-таулы, мәғдәнле, аҫыл ташлы ерҙәрен баҫып алыу сәйәсәте үткәрҙе. Бигерәк тә, урыҫ заводсыларының Кинйәнең тыуған яғының, Ҡыпсаҡ, Тамъян һәм Бөрйән ҡәбиләләренең, ер аҫты байлыҡтары менән тулы ерҙәренә күҙҙәре ҡыҙҙы. Батша хөкүмәте Рәсәй сәнәғәтен үҫтерәбеҙ тигән ҡыҫым менән башҡорттарҙан меңәрләгән дисәтинә ерҙәрен арзан ғына хаҡҡа көсләп һаттырҙы.

1754 йылда Твердышев менән Мясников заводсыларға ерҙәрен һатып бүлгәндә иләү исеменән Кинйәне лә һайланмыш вәкил итеп ҡуйҙылар. Алыш-биреш ҡағыҙҙарын төҙөгәндә башҡорттар араһынан иң күп дәғүә белдереүсе, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышыусы, моғайын, Кинйә булғандыр. Ул ҡомһоҙ заводсыларға ерҙең килешкәндән артығын бирмәҫкә тырышты. Арыҫлановтың был ғәҙеллеге, әлбиттә, батша хөкүмәте кешеләре күҙенә кире яҡтан салынмай ҡалманы. Кинйә төрки теле өҫтөнә урыҫ телен дә бик яҡшы белде. Документтарҙы грамоталы яҙыуы менән бай хәлле туғандарынан күпкә өҫтөн ине. Күрә алмауҙары сәбәптәренең дә береһе шуға бәйле булды. Уҡымышлылығы өсөн уны ырыуҙаштары ла, башҡалар ҙа ҙурлап «Кинйә абыҙ» тип йөрөттө.

Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫона етәкселек иткән сағында Кинйә күп кенә башҡорт старшиналары менән уртаҡ тел тапты, улар менән һүҙҙәре беректе. Дуҫтары урыҫ түрә-ҡаралары, хатта Яйыҡ казактары араһында ла етерлек ине. Ваҡыт үтеү менән, яйлап ҡына, Кинйә абыҙ бер башҡорттар араһында ғына түгел, Ырымбур губернаһындағы юғары етәкселәр араһында ла абруй ҡаҙанды. Ул быны айырыуса үҙенең Санкт-Петербургка император Петр III коронацияһына – тәхеткә ултырыу тантанаһына барыусы башҡорттар делегацияһы составына индерелеүен белгәс ныҡлы төшөндө. Ҙур мәртәбә ине был уның өсөн.

Кинйә үҙенә атаһынан күскән бик күп етәкселек эштәрен башҡарҙы: батша армияһының хәрби походтарында ҡатнашырға, Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау буйынса линия (кордон) хеҙмәтен үтәү эштәрен ойошторорға тура килде уға. Күп ғүмере һыбай килеш юлда үтте. Көмөш эйәрле аты, йән дуҫы, менән ҡайҙарҙа ғына булманы ул.

Яңы урында уның исемен йөрөткән Кинйә ауылы үҫеп сыҡты. Бошман-ҡыпсаҡтар убалы киң далала иркенлеккә сыҡты. Мал утлатырға ул ҡылғанлы, мул үләнле ерҙәре, ул һуғарырға саф һыулы йылғалары, шишмәләре бихисап. Тик Кинйә Арыҫлановҡа үҙе нигеҙләгән ауылында оҙаҡ йәшәргә яҙманы: Бүгәс яуы ҡупты. Ул халҡы яҙмышына туранан-тура ҡағылған был мөһим ваҡиғаларҙан ситтә ятып ҡала алмай ине. Иң тәүгеләрҙән булып Емельян Пугачевҡа барып ҡушылды. Уның уң ҡулына, төп идеологтарының береһенә әйләнде. Хатта ихтилал башлығының ғүмеренә ҡурҡыныс янаған бер ваҡытта уны Кинйәгә алып ҡайтып бер аҙ йәшереп тә ятҡырҙы, ҡулынан килгәнсә башҡорт йолаһы буйынса һыйланы, ҡунаҡ итте. Бер аҙҙан төп ихтилалсылар ары ҡуҙғалды, яңы тарафтарға юл тотто. Шул саҡта Кинйә атының эйәрен икенсеһенә алмаштырғайны. Уның көмөш эйәре ауылдаштарының ҡулында тороп ҡалды. Ә үҙе башҡаса ауылына әйләнеп ҡайта алманы. Оҙаҡ көттө уны кинйәләр. Оҙаҡ. Абыҙ яңы ғәскәр туплаған да Көйөргәҙе, Шайтан яҡтарына ҡайтып килә икән, тигән хәбәрҙәр ҙә ҡолаҡтан ҡолаҡҡа йөрөнө. Ул ҡайтманы. Ауылдаштары көмөш эйәрҙе бик ҡәҙерле ҡомартҡы урынына күреп һаҡланы. Яуҙан һуң батша хөкүмәте тарафынан ауылдары менән яңы урынға һөрөлгән саҡтарында ла уны үҙҙәре менән йәшереп алып китергә онотманылар.

Үҙе ҡайта алмаһа ла, бик күп йылдар үткәс кенә Кинйәнең исеме, даны тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.
Читайте нас: