Все новости

ФИҘАҠӘР ХЕҘМӘТЕГЕҘ ОНОТОЛМАҪ

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте апрелдә тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләгән хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары!Йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ - Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

ЧЕРНОБЫЛЬ АЭС-ында АВАРИЯ ЭҘЕМТӘЛӘРЕН БӨТӨРӨҮҘӘ ҠАТНАШЫУСЫЛАР, АФҒАНСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШЫУСЫ ВЕТЕРАНДАР:
БИКМАЕВ Рафиҡ Фәрит улы, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе, Яҡшымбәт ауылы;
САФОНОВ Анатолий Васильевич, 3-сө дәрәжә «СССР-ҙың Ҡораллы көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәте өсөн», Афғанстан Республикаһының «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены менән бүләкләнеүсе, Ермолаево ауылы.
«РӘСӘЙҘЕҢ ПОЧЕТЛЫ ДОНОРЫ», «СССР-ҙың ПОЧЕТЛЫ ДОНОРЫ» ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛҒАН ГРАЖДАН:
ЧУДАКОВ Геннадий Николаевич, СССР-ҙың почетлы доноры, Яңы Отрада ауылы.
Читайте нас: