. Бер саҡ Уңғар ауылына һыу үткəреү ныҡ ауыр барҙы, бөтөн документтар Өфөлə, тик ниңəлер һуҙа ла һуҙалар. Ул саҡтағы район башлығы Əхəт Ҡотлоəхмəтов əйтə: бар, үҙең белеш, кабинеттарынан сыҡма. Киттем. Барһам, бер ҡатын ултыра, алдында һыуға ғына тигəн əллə нисəмə проекттар ята, араһында минеке лə бар. Эшлəгеҙ тим, теге миңə аптырап ҡарай, ауыл бисəһе бигерəк һөмһөҙ тинеме икəн. Өҫтөмдə алама тун, аяғымда төплəнгəн быйма (ҡыш ине). Теге буфетҡа бара – мин, иҙəндə быйма эҙҙəре ҡалдырып, артынан, бəҙрəфкə китə – мин йəнə артынан. Өс көн ҡуна яттым Өфөлə. Тəки һыу үткəрергə ризалыҡты алып ҡайттым. Ҡайтҡас, Əхəт Йəүҙəт улы мине əрлəй: кеше Өфөгə быйма кейеп барамы ни? Нимə кейеп барһам да, суҡынһын, иң мөһиме, һүҙҙе һүҙ иттем.