Ысын шағир, ниңәлер, гел ыҙа күреп йәшәргә тейеш һымаҡ, рәхәт йәшәгән кеше шағир була аламы икән?
Яңғыҙаҡ ҡаҙ,
Ерҙә аяуҙар аҙ,
Кем яҡлар һуң ишһеҙ генәне.
Минең дә бит үкһеҙ күңелкәйем
Күкте һөҙөп шәфҡәт эҙләне.
Шағир яҙмышы тигәнде Тамара апайҙың ижадынан сығып ҡына әйтмәйем, иҫкә Бабич, Рәмиҙәр төшә, һәр хәлдә Тамара апай үҙе тураһында үҙе яҡшыраҡ белә, ә шулай ҙа уның шиғырҙарында барыһы ла ярылып ята: шиғыр – күңелде ярып һалыу ҙа ул. Бер саҡ шағирәнең ҡыҙы Наилә менән
һөйләшкәндә лә әйтә биреп ҡуйҙым:
- Тамара апай күпте кисергән һымаҡ, яңғыҙлыҡ тойғоһо шиғырҙарында ярылып ята.
- Бәхетле кеше шағир булмайҙыр ул... – Наиләнең яуабы ошолай булды. Артабан һүҙҙе ҡуйыртманыҡ.