Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
30 Октября 2020, 19:00

Үлемһеҙ моң

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исемен дә, моңон да халыҡ күңеленән йолҡоп алырға тырышалар. Ләкин моңға бер ниндәй ҙә кәртәләр ҡуйыу мөмкин түгел.#йырБулыпҠайтырмын #үлемһеҙмоң #газетаЮшатыр #ҒәзизӘлмөхәмәтов

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исемен дә, моңон да халыҡ күңеленән йолҡоп алырға тырышалар. Ләкин моңға бер ниндәй ҙә кәртәләр ҡуйыу мөмкин түгел. Ер ҡуйынынан атылып сыҡҡан тере шишмә кеүек, Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың моң шишмәһе лә йәшәүен дауам итә. Ул үлемһеҙ. Композиторҙың бер быуат элек ижад ителгән “Ағиҙел буйҙары”, “Йырҙар яҙам”, “Сайҡалалар кәмәләр” һәм башҡа бик күп йырҙарын бөгөн дә яратып тыңлайбыҙ. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың моң даръяһы халҡыбыҙ күңелендә һаҡлана, уның исеме моңло йыр кеүек йәшәүен дауам итә.
Моң ағыла... Ғәзиз Әлмөхәмәтов моңо... Ул беҙҙе илһамландыра, дәртләндерә, күңелгә ҡанат ҡуя, һағышты тарата, һөйөүҙе арттыра, йәшәүгә көс бирә.
Карина БИКМАЕВА,
Яҡшымбәт мәктәбенең
10-сы класс уҡыусыһы
Тулы материал 87-се һанда.
#йырБулыпҠайтырмын #үлемһеҙмоң #газетаЮшатыр #ҒәзизӘлмөхәмәтов
Читайте нас: