Все новости

Тура ҡараусы

Бер мәл беҙҙе, “Юшатыр» коллективын, «Алтын тирмә”тапшырыуына саҡырҙылар. Унда барғас, ҡулда нимәлер булырға тейеш, бүләккә. Тегеләй бәреләбеҙ, былай һуғылабыҙ, килешле генә нәмә табып булмай, Йүнле нәмә бар ҙа - аҡса юҡ. БСТ-нан бөтә донъяға ҡарап торғанда, буш ҡул менән торһаң, әҙәм көлөр, нимә эшләргә? Ул саҡтағы район башлығының ялға киткән мәле ине, урынында Нәүғәт Хисмәтуллин ҡалған, урынбаҫары. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума - киттек Нәүғәт абзый янына, шулай-шулай хәлдәр, ауыҙҙыбыҙҙан үпкәбеҙ күренеп тора. Нәүғәт Кәлимулла улы шунда уҡ һикереп торҙо: атаҡ, хәҙер. Свобода ауылына шылтыратты, бал килтерегеҙ, тағы әллә кемгә өндәште, балды һалырға матур һауытын табығыҙ.#Куюргазинскийрайон#Юшатыргазета#кадры

...Бер генә мәл, бер генә миҫал, етәксенең беҙгә - гәзиткә һәм районға ҡарата булған мөнәсәбәтен белдерә. Абзыйыбыҙҙың ярҙамын, терәген әллә нисә йылдар дауамында тойоп, татып йәшәнек-эшләнек, ҡайҙалыр баҫыуҙар буйлап йөрөгәндә лә, ваҡытын табып, фотоларын ебәрер ине, ауыл хужалығы тураһында барлыҡ мәғлүмәтте аңға барып етерҙәй итеп аңлатыр, әйҙә, осрашайыҡ тигәндә, бер ҡасан да кире ҡаҡмаҫ ине. Белеме, тәжрибәһе ныҡ ҙур шул уның.
Нәүғәт Кәлимулла улының бер һыҙатын асып һалған йәнә бер ваҡиға. Нисәнселер йылда, шәпләнеп китеп, донъя менән риза булмай, редактор оппозиция яғынан район етәкселегенә ҡаршы һайлауҙарға сыҡты. Алыш ҡаты булды (кемдер, бәлки, хәтерләйҙер). Беҙгә - оппозицияға ҡаршы- нимә генә ҡыланылманы, тыйылған булһа ла, кистәрен концерт ҡуйып, осрашыуҙар үткәрҙеләр, листовкалар тараттылар (арабыҙҙа кемдер алкаш, уйнашсы, кемдер псих, ә кемдер хатта кеше үлтереүсе икәнен шул листовкаларҙан уҡып белдек). Еңелдек. Бөтә оппозиция командаһы еңелде. Шунан китте: «Юшатыр» редакторына көн бөттө (беҙҙең командалағы башҡаларға етергә ҡулдары ҡыҫҡа, кемдер Өфөлә йөрөй, кемдер фермер, ә кемдер бөтөнләй эшһеҙ), шәп булған, әллә кем булып йөрөй ине, хәҙер эшенән алалар. Ни ғиллә менәндер эштә ҡалынды, ә танау осонда подписка осоро. Бөттө баш. Аптырағас, билдәлерәк кешеләргә сығып, фекерҙәрен йыя башланыҡ: гәзит тураһында бер кәлимә һүҙ әйтегеҙ. Маҡтау ғына булмаһын, нимә уйлайһығыҙ, шуны әйтегеҙ. Беҙ баҫырбыҙ. Кемдер үҙ һүҙен әйтергә ҡурҡманы (беҙҙе маҡтаһаң, район башлығына ҡаршы барған була ла - ниндәйҙер «Юшатыр» тип, эшһеҙ ҡалайыҡмы ни?). Кемдер ҡурҡты. Аңлап торам ниңә һорағанығыҙҙы, әлегә әйтмәйем тигәндәр булды, ҡараштарын ситкә алдылар. Нәүғәт Хисмәтуллин, башлыҡ урынбаҫары, шул мәлдә үҙ фекерен белдерҙе, беҙҙе маҡтауын йәшермәне. Был аҙымын көтмәгәйнек, дөрөҫөндә. Ихтирамыбыҙ артты: нимә эшләһә лә, намыҫына ҡарап башҡара. Ул-был булмағайы тип, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен тойомларға тырышҡандар менән донъя тулған, бигерәк тә власть тирәһендә күп улар, ошо фонда башлыҡ урынбаҫары үҙенә тоғро булырға көс тапты, һығылманы, бөгөлмәне, тура ҡалды.
...Ине лә ине тип ниңә яҙам, Нәүғәт Хисмәтуллин бөгөндән вазифаһынан китте. Выслуга тиҙәр, шул ялға китте. Район башлығы Юлай Ильясов, һеҙҙең кеүек кадрҙар беҙгә һәр саҡ кәрәк, һеҙҙең тәжрибә беҙгә артабан да ярҙамға килер, тине. Күрербеҙ, торараҡ абзыйыбыҙ, бәлки, ниндәйҙер вазифа биләр, һәр хәлдә тик ята торғандарҙан түгел ул. Беҙ бөгөн, янына кереп, әйтер һүҙҙе әйтеп сыҡтыҡ, Тормошҡа, кешеләргә тура ҡарап йәшәгән Нәүғәт абзыйҙың күҙҙәренә ҡарап рәхмәт әйтке килде. Артабанғы барыр юлың да тура, соҡор-саҡырһыҙ булһын, Нәүғәт Кәлимулла улы. Рәхмәт.
Читайте нас: