Все новости

Яҡташтарыбыҙ сәләме

22 ғинуарҙа ауыл китапханаһына Өфө ҡалаһынан посылка килеп төштө. Ауылдаш шағирәләр Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Миңлегөл Хисамоваларҙан ауылдаштарына Яңы йыл бүләге - китаптар икән.

22 ғинуарҙа ауыл китапханаһына Өфө ҡалаһынан посылка килеп төштө. Ауылдаш шағирәләр Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Миңлегөл Хисамоваларҙан ауылдаштарына Яңы йыл бүләге - китаптар икән. Араһында хаты ла бар: "Иҫәнмеһегеҙ Хәлимә һәм Мәҙинә һылыуҙар! Бынау ауырыу арҡаһында ҡайта алманыҡ, ауылдаштарҙы күреп осрашып булманы",- тип һағыныуҙарын белдереп яҙғандар, Яңы йыл менән ҡотлап матур теләктәрен белдергәндәр. Ауылдаштарына киләсәктә осрашырға өмөт белдергәндәр, китаптарын ауыл китапханаһына бүләк итеп ебәргәндәр. Ауылдаштары исеменән шағирәләребеҙгә, «Юшатыр» гәзите аша ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, Өфөлә булыуҙарына ҡарамаҫтан гәзитте алдырып, уҡып бара улар. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар, ижади үҫештәр теләйбеҙ! Ауылдаштарығыҙҙы онотмай тыуған ауылығыҙҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороуығыҙға шатбыҙ! Зөһрә апайҙың юбилейын бөтә ауыл менән үткәрербеҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ!
Хәлимә АҠСУРИНА
Ялсыҡай ауылы
Читайте нас: