Батырҙарыбыҙ онотолмай

Мин был мəсьəлəгə асыҡлыҡ индереү өсөн Яҡшымбəт ауыл билəмəһе башлығы Юнир Сынбулатовҡа шылтыраттым, ул миңə былай тип яуап бирҙе: “Беҙ алдан списокты сығарып элеп ҡуйҙыҡ, халыҡ килеп ҡараһын, дөрөҫлөк булмаһа, төҙəтербеҙ тип”, – тип яуапланы. Был стеллалағы исемлек архив документтары нигеҙендə яҙылырға тейеш бит тип əйткəс, миңə Юнир Ирек улы: "Ярай, абзый, хатаны төҙəтербеҙ", - тип вəғəҙə бирҙе.

Бөйөк Ватан һуғышында Яҡшымбəт ауылынан Аллабирҙиндар ғаилəһенəн Ғөбəйҙулла, Сəғиҙулла, Фатҡулла бабай ҡатнашҡан. Ғөбəйҙулла бабай исеменə ике тапҡыр үлеүе тураһындағы хəбəре килһə лə, ул һуғыштан күкрəге тулы орден-миҙалдар тағып, иҫəн-һау ҡайтып төшə, Фəтҡулла бабай ҙа əсирлек ғазаптарын үтеп иҫəн ҡала. Сəғиҙулла бабайҙы һуғышта 1945 йылда əллə март, бəлки апрель айында һəлəк булған тинелəр, өйҙөң түрендə ҙурайтылған ҡыҙылармеец формаһындағы фотографияһы эленеп торҙо, уның тураһында бер ниндəй ҙə документтар һаҡланмағайны.
Ерлəнгəн урыны: Германия, Нижняя Силезия, Шпроттау ҡалаһы, Гинденбург урамы, 25. Тик ниңəлер "Юшатыр" гəзитендə сыҡҡан, Яҡшымбəт ауыл билəмəһенəн һуғышҡа киткəндəр исмелегендə Аллабирҙиндар фамилияһы юҡ. Мəҙəниəт йорто эргəһендəге, һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштарға арналған, стелла тора. Шуныһы ғəжəп, унда Ғөбəйҙулла, Сəғиҙулла, Фатҡулла бабайҙарым һуғышта һəлəк булған тип яҙылған, ə һуғыштан иҫəн ҡайтҡандар исемлегендə лə Ғөбəйҙулла бабайым Ғөбəй Аллабирҙин тиеп яҙып ҡуйылған. Мин был мəсьəлəгə асыҡылыҡ индереү өсөн Яҡшымбəт ауыл билəмəһе башлығы Юнир Сынбулатовҡа шылтыраттым, ул миңə былай тип яуап бирҙе: “Беҙ алдан списокты сығарып элеп ҡуйҙыҡ, халыҡ килеп ҡараһын, дөрөҫлөк булмаһа, төҙəтербеҙ тип”, – тип яуапланы. Был стеллалағы исемлек архив документтары нигеҙендə яҙылырға тейеш бит тип əйткəс, миңə Юнир Ирек улы: "Ярай, абзый, хатаны төҙəтербеҙ", - тип вəғəҙə бирҙе.
Ғайнан АЛЛАБИРҘИН, Ермолаево ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә үткән аҙнала сыҡты.
Читайте нас