Юшатыр
+20 °С
Дождь
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
24 Марта 2021, 12:01
Ваҡытлы рәхмәт
Был шылтыратыу ҙа Таймаҫтан булды, ысынында, Өфөнән, тик барыбер Таймаҫ кешеһенән. Өлфәт ағайҙан. - Минең турала, ҙурлап, материал баҫҡанһығыҙ икән, ауылдаштар ҙа фекерен әйткән. Рәхмәт. - Ҡуйығыҙ, Өлфәт ағай, беҙҙең эш нимә генә, тел болғау, һеҙҙе күрмәй үтеп китһәк, гонаһ булыр ине. - Яңғылышаһығыҙ, һәр кемдең был донъяла үҙ эше - намыҫ менән башҡарамы ул уны юҡмы, вәт быныһы - һорау.
- Һеҙҙең ҡуйған барлыҡ һәйкәлдәрегеҙ.... Халыҡ өсөн эшләгән изге эштәр, баһаһы юҡ. Башҡорттоң табынған нимәһе бар, барыһына ла һәйкәл ҡойоп бөттөгөҙ ахры.
- Иң мөһиме ҡалды- Урал Батыр.
- Беҙҙең дә хыял күптән йәшәй ундай, тик ул һәйкәл бәләкәй генә булмаһын ине, Азатлыҡ Статуяһы һымаҡ ҙур булһын, эсенә кереп йөрөрлөк, ә эсендә төрлө музей, диорама, кафелар.. - хыял тоҡанып китте.
- Дөрөҫ уйлайһығыҙ, беҙҙә нимәне башлаһаң да, аҡса юҡ тигән яуап ишетелә. Бойорған булһа, һеҙ әйткәнсә лә Урал Батыр булыр. Ваҡыты еткәс. Әле һеҙгә рәхмәт әйтәм, рәхмәттең ваҡытында әйтелгәне мөһим.
...Аҡбуҙат һәйкәле яҙмышын да әйтте ағайыбыҙ. Бөткән. Тиҙҙән рәсми рәүештә асыласаҡ. Бирһен Хоҙай.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"