Беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған, кешелекле, алсаҡ, изге йəнле, данлыҡлы Өлфəт ағай Ҡобағошовтың эштəрен лайыҡлы баһалап, Салауат Юлаев ордены менəн бүлəклəүҙəренə ныҡ ҡыуанабыҙ. Уның, тыуған илебеҙҙең тарихына юйылмаҫлыҡ эҙҙəр ҡалдырып, бар оҫталығын, күңел йылыһын һалып эшлəгəн бюст, һындары, таҡтаташ, скульптуралары республикабыҙҙы биҙəп торалар. Бала саҡ хəтирəлəренəн, ул туғандары өсөн өҙөлөп торған, һəр саҡ яҡлап, һаҡлап йөрөгəн абзыйыбыҙ. Əлеге көндə лə туғанлыҡ ептəрен өҙмəй, тыуған көндəрҙə, байрамдарҙа ҡотларға онотмай, гел шылтыратып хəлдəребеҙҙе белешеп тора. Еңгəбеҙ ҙə бик яҡшы, асыҡ күңелле кешелəр.