Шағирәгә яуап

- Зөһрә Ҡотлогилдинаның данлыҡлы яҡташыбыҙ Мөнир Абдуллинды кем белә тип яҙғанын "Юшатыр"ҙа уҡығас, һеҙгә шылтыратам.Мөнир менән минең тормош иптәшем армияла бергә хеҙмәт иткән, аҙаҡ Абдуллин Арктика боҙватҡысында эшләргә китә. Минең иптәшкә - Әнүәргә әйтер булған "Эх, диңгеҙҙәр гиҙһәң ине". Бына шул хыялын тәки тормошҡа ашырған. Рәшит Солтангәрәевтең "Яҙмыш" китабы беҙҙә бар, ҡат-ҡат уҡыйым, ныҡ оҫта яҙҙы ул, уҡып туйып булмай, яҙғандары тормошсан, алдай белмәй

Мөнирҙең ҡәбере Мурманскийҙа, балалары, кәүҙәһен үҙебеҙҙән ситкә ебәрмәйбеҙ тигәндәр ахры. Ә бына ҡатыны Мурманскийҙа түгел, ул Өфөгә ҡайтты. Әле шунда йәшәргә тейеш. Әйткәндәй, Мөнирҙең ҡатыны Яҡшымбәттән - Фатима Аҙнабаева. Бына шул мәғлүмәт. Шағирәгә нисектер ярҙам итә алһам, һәйбәт булыр ине.
Лена Мырҙағолова, Түкән ауылы
Читайте нас