Эльмира Хəйретдинова, Иршат Исмəғилевтың ҡыҙы:
- Атайым үлгəндə миңə 14 йəш ине. Шунан бирле, йыл да атайым иҫтəлегенə үткəрелгəн ярыштарҙы ҡарайым. Көйөргəҙе балалары йылдан-йыл яҡшыра, оҫтара бара кеүек. Атайымды иҫлəгəндə, йортта гел йəш спортсылар йыйылғаны хəтерҙə. Ул кешелергə гел асыҡ булды.Төмəн өлкəһендə йəшəгəндə, бəлəкəй генə ҡалалағы бер урамға Салауат Юлаев исемен, юллап йөрөп, бирҙертте. Атайымдың асылы шунда ине – ул халыҡ тип йəшəне.