Рəйсə Шəрипова, Күмертау ағинəйҙəр ойошмаһы рəйесе, сараны ойоштороусы:
- Ысынлап та бик иҫтəлекле осрашыу булды, алыҫ үткəндəргə əйлəнеп ҡайтҡандай булдыҡ! Хəтирəлəр яңырҙы, күҙҙəргə йəштəр тулды! Рəхмəт барығыҙға ла осрашыуға килгəнгə, артабан да күрешеп торайыҡ! Мəртəбəле сараны ойоштороп үткəреүҙə ярҙамлашҡан район Советы рəйесе, йəмəғəт эшмəкəре Фəнит Моратбаҡыевҡа, "Айгөл" балалар баҡсаһы мөдире Əлфиə Шəриповаға, М. Исҡужин исемендəге прогимназия директоры Əнисə Түлəгəноваға, Азат хəҙрəт Хəлиловҡа, "Ватан" хужалығы рəйесе Ғəйнетдин Мөхəмəтовҡа, ағинəйҙəребеҙгə, аҡһаҡалдар ойошмаһы рəйесе Хаҡҡолой Мөхəмəтовҡа, башҡорт теле уҡытыусыһы Фəрзиə Сыңғыҙоваға, Ринат Хəйбуллин етəкселегендəге Кинйə Арыҫланов башҡорт халыҡ фольклор ансамбленə, аҡһаҡалдарыбыҙ Рифат Вахитовҡа, Спартак Хөсəйеновҡа, баянсы Фаил Кəримовҡа, ҡоролтай рəйесе Əлфиə Дəүлəтшинаға оло рəхмəттəремде белдерəм. Килəсəктə лə бергə һəм берҙəм булайыҡ. Барығыҙға ла именлек, уңыштар телəйем.