Самат Усман улы көрәште данланы (кем-кем, ул был спорт төрөн бик яҡшы белә), Яҡуптан Рафиҡовтар, Ғайсиндарҙы маҡтаны. Үҙе тураһында бер ни әйтмәй тик ултыра, маҡтана белмәй икән. Алып барыусы быға аптыраны, үҙегеҙҙе лә әйтегеҙ тигәс кенә, көрәшсе уңайһыҙлана-уңайһыҙлана бер-ике һүҙ өҫтәне.