Альберт өйрәтте. Уның ҡурайға өйртәмәгән кешеһе булдымы икән? Быныһы ярар, бәләкәй саҡтан бал ҡортонан ҡурҡтым, безелдәүен ишетеү менән ҡаса инем, ә Альбертҡа бал ҡортоноң ене ҡағылған. Мине лә үҙе менән эйәртеп, ҡорт ҡарарға ылыҡтырҙы. Бергә урман ятып та бал ҡорттарын тәрбиәләй инек. Аҙаҡ үҙем дә бер нисә умарта алып ебәрҙем, дөрөҫөн әйткәндә, ошо бал ҡорто менән күтәрелдем, донъя бөтәйттем. Логика буйынса А. Юлдыбаев миңә тормошта ныҡ ярҙам иткән.
Альберт ағай иҫтәлегенә арналған конкурс тураһында, шул иҫәптән, яҡташыбыҙ, данлыҡлы композитор Айрат Ҡобағошовтың да фекере гәзиттә була.