Бөйөктәр билдәләнде

Күмертауҙа иң шөһрәтле кем тигән тауыш биреүҙә 24 кеше ҡатнашты, улар өсөн һәммәһе 1 248 кеше тауыш бирҙе, Был 24 кешене кем һайлап алғандыр (араһында беҙҙең редактор ҙа бар), белеп булманы, шулай ҙа ҡыҙыҡ - ҡалала иң ихтирамлы кеше кем икән? https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_54180

Тауыш биреү тамамланды - тәүге урында Гөлбаныу Исхаҡова (6 мәктәптә директор булды), икенселә - Әнүәр Даутов (Өфө авиация университетының Күмертауҙағы филиалы директоры булды, әле шунда уҡытып йөрөй). Өсөнсөлә- Николай Черепанов, мәғарифты етәкләй.
"Юшатыр" редакторы - 10-сы (горячая десяткаға, ни ғиллә менәндер, эләктек). Көлөргәме, иларғамы тигән шикелле (был тауыш биреүҙең уйын икәнен аңлаһаҡ та), ҡыҙыҡ булып китте: Сергей Афонин, Валентина Машкова, Хәйҙәр Ғайсиндар артта ҡалған, беҙҙең, тимәк, дан-ҡаҙаныш уларҙыҡына ҡарағанда әллә күпмегә юғарыраҡ, ошоңарсы йәшәп, үҙебеҙҙең ниндәй бөйөк кеше икәнде лә белмәй йөрөгәнбеҙ. Әйткәндәй, кем беҙҙең өсөн тауыш биргән - рәхмәт. Дөрөҫөндә, был турала күптәр белмәй ҙә ҡалды, тауыш биреүҙе ҡабартып күрһәтергә беҙҙең ҡул барманы - уңайһыҙ.
Районда иң шәптәре кем тигән һорауға тауыш биреүселәр үтә аҙ булды - ни бары 34 кеше генә, ҡайҙандыр был турала белеп ҡалып, тауыш бирҙе. Тәүге урында Рәжәп Юлбарисов. Икенсе урында - Күсәрбаев Альберт, өсөнсөлә - Исхаҡов Зиннур (әйткәндәй, Зиннур Закир улын Күмертауға ла ҡуйғайнылар - үтмәне).
Шулай итеп, кемдәр иң шәбе икәнен белдек, артабан киттек - бөйөктәрҙең миссияһы ауыр, тыуған илгә күберәк файҙа килтереп өлгөрөргә кәрәк.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас