

Нимәһе мөһим: үрҙән килеп, әйҙәгеҙ инде тип, төрткөләп йөрөгән кеше булманы, барыһы ла үҙ белдеге менән башҡарылды, Ҡотлоюлға 150 йыл, уйын эш түгел. Батырлыҡ эшләнгәс, батырҙарҙы билдәләп китеү мотлаҡ, кисә йәмәғәт эшенә өлөш кереткән һәммәһе Маҡтау грамотаһы алды. Аҡса яғы таҡырыраҡ: күкрәктәренә "Ҡотлоюлдың 150 йыллығына" тигән миҙал эшләп таҡҡанда ла артыҡ булмаҫ ине, афарин, ауылдаштар, барлыҡ Көйөргәҙе буйҙары һеҙгә дан йырлай. Алла бирһә, киләһе юбилейҙы тағы ла ҙурыраҡ итеп үткәрербеҙ, иҫән генә булайыҡ.