Мөҡәддәс бурыс

Марат Аҙнабаев, табип-офтальмолог, профессор, медицина фəндəре докторы, академик, РФ-ның һəм БР-ның атҡаҙанған фəн эшмəкəре, РСФСР-ҙың һəм БАССР-ҘЫҢ атҡаҙанған табибы:- Əлеге еңел булмаған осорҙа, мəктəп һəм дауаханаларға ярҙам итеү – ул изге эштер тип уйлайым, ə тыуған төйəгеңə ярҙам итеп тороу, ошо ауылдан сыҡҡан һəр береһенең бурысылыр. Үҙем депутат булған осорҙа ошо мəктəпте төҙөтөүгə көсөмдө түктем.

Мөҡәддәс бурысМөҡәддәс бурыс
Мөҡәддәс бурыс

Марат Аҙнабаев, табип-офтальмолог, профессор, медицина фəндəре докторы, академик, РФ-ның һəм БР-ның атҡаҙанған фəн эшмəкəре, РСФСР-ҙың һəм БАССР-ҘЫҢ атҡаҙанған табибы:
- Əлеге еңел булмаған осорҙа, мəктəп һəм дауаханаларға ярҙам итеү – ул изге эштер тип уйлайым, ə тыуған төйəгеңə ярҙам итеп тороу, ошо ауылдан сыҡҡан һəр береһенең бурысылыр. Үҙем депутат булған осорҙа ошо мəктəпте төҙөтөүгə көсөмдө түктем. Бөгөнгө көндə мəктəп үҙе матур, унда эшлəгəн коллектив көслө, унан сығарылған балалар төплө белемле. Ауылыма ҡайҡанда мəктəпте уратып алған кəртəлəрҙең ҡот осҡос хəлдə икəнен күреп кəйефем ҡырылды, мəктəп директоры ярҙам һорап мөрəжəғəт иткəс, иң тəүҙə шул кəртəлəрҙе алмаштырыуҙа ярҙам күрһəтергə булдым. Бер ниндəй ҙə программаға инеп тормай (аҡсаны юғалтмаҫ өсөн), 250 мең һумлыҡ ярҙамды туранан тура директорға бирҙем. Бөгөнгө көндə ата-əсəйҙəр, уҡытыусылар эште башлаған да инде, оҙаҡламай осона ла сығырҙар. Улар көнө-төнө шылтыратып, яҙып рəхмəттəрен юллайҙар, был ярҙамды иҫ киткес ҙур ярҙам тип тə һанамайым, шулай ҙа ауылыма ҡыуаныс бүлəк итə алғаным өсөн сикһеҙ шатмын. Күмəклəгəн яу ҡайтарған тиҙəр, башҡа ауылдаштарымды ла ауылыбыҙҙың тарихына, бөгөнгөһөнə битараф булмаҫҡа, килəсəктə лə ярҙам күрһəтеп торорға əйҙəйем.

Яҡшымбәт мәктәбенең яңы кәртәһе тураһында материал гәзиттә сыҡты. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас