Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
20 Августа 2021, 09:08

Батырға ла ял кәрәк

Районда, шөкөр, данға сорнап әйтер арҙаҡлы кешеләребеҙ күп. Шуларҙың береһе бөгөн хаҡлы ялға китте. Мәрйәм апай Юлдыбаева. 

Батырға ла ял кәрәкБатырға ла ял кәрәк
Батырға ла ял кәрәк

Ул, дөрөҫөндә, күптән хаҡлы ялда, тик тормош мәғәнәһе булған эшен - халыҡ ижадын һәм мәҙәниәтте ташлап китеп буламы - байтаҡ ҡына ваҡыт мәҙәниәткә хеҙмәт итеп ташланы, йәштәргә белемен биреп ҡалырға ашыҡты, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Батырға ла ял кәрәк, Мәрйәм апайбыҙ тыуған йортона әйләнгән "Йәшлек" мәҙәниәт һарайынан айырыла (был һуҡмаҡтар, анау тротаурҙар, ансамбль кабинеты, сәхнә артабан нимә эшләр - баш етмәй). Бөгөн яратҡан коллективы уның менән хушлашыу тантанаһына йыйылды, ике һүҙҙең береһе - Рәхмәт.

Беҙҙең дә Мәрйәм апайға әйтер һүҙебеҙ бар: һаулыҡ һеҙгә, апай, барыһы өсөн ҙур рәхмәт!  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас